Jump to content

Бөйөк ил

From Wikisource
Бөйөк ил (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1936 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” 1938 йыл август.


Бөйөк ил


Илем минең батырлыҡтар иле,
Үҙе кеүек егет-ҡыҙҙары.
Илем минең матурлыҡтар иле,
Үҙе кеүек, һауа һыуҙары…
Йәшәү- хыял,
Төштәрҙән дә татлы,
Хеҙмәт-маҡтау, намыҫ, дан эше.
Ватан сиге
Ҡоростарҙан да ныҡ,
Төҙөүсе һәм һаҡсы һәр кеше.
Халҡым илен,
Илем халҡын һөйә.
Ҡыҙҙар һөйгән кеүек гүзәлен.
Бөйөк дуҫлыҡ, йәшлек кеүек күкрәй,
Һоҡландырып йоморо ер өҫтөн.
Сыуаҡ көндән
Яҡты яҡтырып,
Байраҡ кеүек балҡып юғары.
Тиңдәшһеҙ ил,
Дуҫлыҡ, матурлыҡтар-
Килде беҙгә даһи арҡыры.


1938 йыл, август.


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.

1938 август.