Jump to content

Берәй килер инең үҙең дә

From Wikisource
Берәй килер инең үҙең дә (шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1944. Нәшер ителгән: 1960. Сығанаҡ: "Йыр сафта ҡала" Башҡорт АССР-ы Культура министерствоһының Башҡортостан китап издательствоһы, Өфө, 1960 йыл,184 бит


Берәй килер инең үҙең дә


Баҡсалағы гөлдөр тирбәлешеп,
Ҡаршы алған кеүек таң нурын,
Һәр хатыңды оло һағыныу менән
Көтөп ҡаршы алам аҡыллым.
Беҙҙең данлы,
                      Ауыр фронт юлы
Балҡан түбәләрен ауыша...
Һинең хатың йә ял,
                     йә походта,
Йә һуғышта килеп ҡушыла.Хаттарыңда
Ҡараштарыңды ла,
Йылмайыуыңды ла һалаһың...
Әҙең унда,
                Бик алыҫта,
Күңелем күген биләп ҡалаһың.
Ҡарлуғастың
           ҡыйғас ҡанатындай,
Кескәй конвертыңдың эсендә
Гөлдәр кеүек аңҡып,
                          айҙай балҡып,
Берәр килер инең үҙең дә.


1944 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.