Jump to content

Башҡортостан Нөктә Ру

From Wikisource


Башҡортостан Нөктә Ру (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (108-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Башҡортостан Нөктә Ру


Урта быуат.
Оҙон-оҙаҡ
Сүкенеләр яҫы ташты...
“Беҙ йәшәгән изге ер был!”
Оҫта ҡулы шул һүҙҙәрҙе
Мираҫҡа тип ташҡа баҫты.

Ел-дауыллы, шанлы-данлы
Замандарҙы үтте ул таш...
Ғорур халҡым юғалманы,
Рухы алмас кеүек булғас!

“Беҙ йәшәнек!”
                 Һәр бер быуат
Үҙ тамғаһын һала барҙы –
Насар эштәр онотолоп,
Яҡшылары ҡала барҙы...

Һинең, минең йөрәгемдә
Уйылып ҡалыр моңло йырҙыр
Таштарҙағы ошо һүҙҙәр –
“Беҙ йәшәгән изге ер был!”

Заман башҡа – заң башҡа бит,
Интернетта өҫтәнем:
“Беҙ йәшәгән изге ер был:
Башҡортостан Нөктә Ру”

Йыһан буйлап ғәләм айҡай
Бөгөнгөм һәм үткәнем,
Ҡитғаларҙы тоташтыра
“Башҡортостан Нөктә Ру!”



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.