Jump to content

Башбит/Бөгөнгө анонстар/2018/14

From Wikisource

 -  2018 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Кесерәйә бара Ер шары


Киң донъяны аса барған һайын
Кесерәйә бара Ер шары,
Планетаны йәнле, йәмле итә
Изге уйлы кеше ни бары.

Һәр кем алып йөрөй күкрәгендә
“Йөрәк” тигән йыһан киҫәген.
Ғәләм ғүмере саҡ башлана ғына –
Кеше ғүмере генә иҫәпле.

Һәр күңелдә ҡояш ярсығы бар,
Һәр йөрәктә – вулкан таусығы.
Даръяларҙы айҡап уйҙар ҡайнай!
Һәр кем бөгөн – йыһан яусыһы…

Күңел үҫә изгелектән генә,
Бер һалҡында ҡалып, бер янып…
Киң донъяны аса барған һайын,
Кесерәйә бара Ер шары.




Лилиә Һаҡмарҙың башҡа шиғырҙары