Башбит/Бөгөнгө анонстар/2018/10

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2018 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


ҺИН БЕЛМӘНЕҢ


Һин белмәнең,
Шашып ямғыр ҡойған саҡта
Ҡайындарҙың  япраҡтарын үпкәнем…
Ялан-аяҡ, һин йөрөгән эҙҙән генә,
Сәстәремде елгә тиреп үткәнем.

Һин белмәнең,
Моңһоу айҙы  иш итеп,
Төндәр буйы  йондоҙҙарҙы күҙләнем –
Йондоҙ, тиеп, алданым да үҙемде
Бары  һинең күҙҙәреңде  эҙләнем…

Һин белмәнең,
Ҡайнар ҡояш яҡтыһы
Йөрәгемдә  һөйөү булып  балҡыны!
Һүнгәйнең шул күрмәйенсә эңерҙә…
Һин белмәнең,
Мин  булғайным таң  ҡыҙы.




Лилиә Һаҡмарҙың башҡа шиғырҙары