0%

Аҡтыҡ зарым. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Аҡтыҡ зарым (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1915.



Аҡтыҡ зарым


Валлаһи, һин сәнселеп кит, тонсоғоп үл, бөт, ҡаҙал.
Шунда ла һис кем дә күрмәҫ, валлаһи, бер эт ҡәҙәр!

Нишләйем һуң? Әйтсе, зинһар, сәнселәйемме, нишләйем?
Сәнселеп, сәсрәп сығайыммы?.. Нишләһәң дә, эш ҡыйын.

Нишләйем һуң — зәҡҡумлы хәсрәттәр менән күңелем яна,
Нишләйем һуң — мәлғүн иблестәр төкөргән донъяға!

зәҡҡумлы — ағыулы, әсе


1915