Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/91

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

тышта уйын-көлкө ойоштора. Ьәр кем байрамды күтәренке күңел менән ҡаршыларға тырыша.

Килтерелгән ризыҡтар бергәләп ашалғас йәштәрҙең уйын-көлкөһө дауам итә, ҡарттар иһә урам буйлап тәҡбир әйтеп уза. Аулаҡ йоргта ҡыззар йондознамә аса, фал һала, кейәүгә сығырҙарын, буласаҡ хәләл ефеттәрен юрай. Иртәгеһен өйзән-өйгә ҡунаҡҡа йөрөшөү башлана. Байрам ике-өс көнгә, хатта азнаға һуҙыла. Кәр мәжлестә ошолайыраҡ Нардуған һамаҡтары әйтелгән:

Нардуғаным нар булһын,

Эсе тулы нур булһын!

Нардуған көйөн көйләгәнгә,

Бәхет, ырыҫ теләгәнгә,

Йорт хужаһы бай булһын,

Дәүләт ырыҫлы булһын!

"Науруз байрамында"ғы кеүек бында ла мәжлестәрҙең төп маҡсаты бер-береңә бәхет, ҡот, ырыҫ теләү, кешеләрҙән фатиха алыу булған.

Мизгел байрамдары зауыҡ өсөн күңел асыу сараһы рәүешендә генә үткәрелмәгән. Борон-борондан, шаманлыҡ традицияһы көслө булған дәүерҙәрҙә, уларзы илаһи көстәр менән кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, йәмғиәт, ғаилә тормошон яйға һалыуға, хужалыҡта, кәсептә уңыштарға өлгәшеүгә булышлыҡ итеүсе йәғонтоло сара тип белгәндәр. Шуға ла йолаларҙы атҡарғанда магик көскә эйә тип иҫәпләнгән һүззәр әйтелгән, йырзар йырланған. Бигерәк тә аш-һыу рационына, һыйланыу ритуалына зур иғтибар бүленгән һәм әһәмиәт бирелгән.