Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/90

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Башҡорттарҙа "Ҡурмас һыйы" йолаһы элегерәк шаҡтай тотороҡло һәм нығынған булған, күрәһең Был турала Ырымбур әлкәһенең Ҡыуандыҡ районына ҡараған Ейәнсура ауылы янындағы бер урмандың "Ҡурмас" тип аталып йөрөтөлөүе лә әйтеп тора.

Йыл аҙағында, көн ҡыҫҡа булыуҙан туҡтағас, Нардуған байрамы уҙғарылған. Ул, ғәҙәттә, ҡышҡы селләнең (25 декабрҙән 2 ғинуарға тиклем) беренсе аҙнаһына тап килгән. Бер йәки бер нисә иркен йортта йыйын әҙерләнә. Сапҡынсы бала-саға өйзән-өйгә йөрөп хәбәр тарата, теләктәр теләй. Теләкте урамда ла әйтеп йөрөйҙәр

Нар, нар, нарына,

Рәхмәт һезгә барына!

Мал-тыуарың түл йәйһен,

Бала-сағаң ит ейһен!

Малың ашһын ҡуранан,

Ашың ашһын буранан!

Илең-йорто ң һил булһын,

Күңелегеҙ киң булһын!

Өйгә инеп шулай тигәс, өй хужалары үззәре ни ашаһа, хәбәрселәргә шунан өлөш сығарған.

Ә йыйынға һәр кем ошо байрамға тип алдан әҙерләп ҡуйған ҡәҙерле ризыҡтарын: итен, ҡазы-ялын, майын, балын, ҡоротон, һалмаһын, ярмаһын тотоп килә. Ул ризыҡтар бешкәнсе, аят уҡытыла, доға ҡылына, мулланың вәғәздәре, өгөт-нәсихәттәре тыңланыла. Унан йәштәр