0%

Бүләк

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бүләк (шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1941. Нәшер ителгән: 1960. Сығанаҡ: "Йыр сафта ҡала" Башҡорт АССР-ы Культура министерствоһының Башҡортостан китап издательствоһы, Өфө, 1960 йыл,184 бит


Бүләк


Төн ултырып батыр егет өсөн,

Ебәк менән яулыҡ сигәм мин,

Ебәгемдең һәр бер биҙәгенә

Яҡты хистәремде тегәм мин.

Ниндәй боец уны яҡын итер?

Кем күңелен биләп йөрөр ул?

Кемгә минең йөрәгемдең

Дәртле тибештәрен һөйләр ул?

Моряккамы, танкист, связистҡамы,

Ыласынынамы фронт күгенең?

Русҡамы, башҡорт йәки белорусҡамы,

Ғорур егетенәме тауҙар иленең?..

Бер үк теләк, Бер үк һөйөү менән

Бер үк уйҙар менән сигәм мин,

Ебәгемдең һәр бер биҙәгенә

Йәшлек хистәремде тегәм мин.

Ялҡындарҙа тирле биттәренә

Еләҫ елдәр булып иҫлаһын,

Бәйләп китһә ҡанлы яраларын,

Яралары бөтһөн, уңалһын...

Төн ултырып батыр егет өсөн,

Йырлай-йырлай яулыҡ сигәм мин,

Ебәгемдең һәр бер биҙәгенә

Яҡты хистәремде сигәм мин.


1941 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.