Page:Rashida kniga.pdf/71

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

туғандарыбыҙ ҡармалыуында тормош һабаҡтарын үтәбеҙ, яҙмышҡа яҙылғанды бурыс итеп үтәйбеҙ. Шуға күрә ошо өлөшсәләре булған ырыу-ара, зат-нәҫел атамаларының топонимдарҙың күп ерҙә осра-уына иғтибар итмәй булмай: мәҫәлән, Ҡурпысыҡ, Ҡормашты, Ҡормантау, Ҡотҡор, Ҡарыш - Белорет районы; Көргәҫ йылғаһы - Бөрйән районы; ҡурапыс, ҡөрәйеш ырыуҙары - Ейәнсура районы һ. б.

Ә, бәлки, ошо ерҙәрҙән күсеп киткән ҡәбиләләр араһындағы ҡөрәйеш ырыуының вариҫылыр ул. Ислам диненең нигеҙен тәшкил иткән Ҡөрьән Кәрим китабын донъя халыҡтарына ҡалдырған Мөхәммәт пәйғәмбәр? Уның кешелек донъяһына төбәп ҡалдырған мөрәжәғәтен белдергән аяттың мәғәнәһенә төшөнөү беҙгә бер ҙә ҡатмарлы түгел: «Берләшһен Ҡөрәйеш ырыуы, уның берлеге — йәйен-ҡышын сәфәр итеүҙә. Ғибәҙәт ҡылһын ошо йорттоң Раббыһына, аслыҡтан һуң туйҙырған, хәүефтән ҡотҡарған Раббыға» [«Сүүратүл-Ҡурайш» («Ҡөрәйеш») сүрәһе, 106:1—4]. X быуаттың 1-се яртыһында Багдад хәлифе Ибн- Фаҙлан Ҡондорса буйҙарына тырышып-тырышып, ата-бабаларының тәүтөйәген юллап килеп сыҡманымы икән? Шуғалыр ҙа, әле лә ул ҡурай моңона әсир булғандыр! Ҡурай тураһында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлектең ҡояшта ҡураған көпшәһе аша ел иҫкәндә барлыҡҡа килгән наҙлы тауышын ишеткән егет ҡырҡып ала. Тәү башлап ҡолаҡҡа яғымлы был тәбиғи ауаз ата-әсәһен, тыуған ерен һағыныу хистәренән тулышҡан күңелен бушата. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге һауаның көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа был илаһи моң яралыу шул тиклем ябай тойола - тәбиғи үлән көпшәһен ҡырҡып ал да уйна! Ләкин бөйөклөк ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр. Ҡурай күңелдәге моңдо көсәйтеп, тышҡа сығарыуҙа ярҙамсы ҡорал ғынамы ни? Ҡурай тауышы - эске моңдоң тышҡы ауазы, эҙемтәһе бит. 
   Юҡ, әлбиттә! Былай бүлеп ҡарау - илаһи моңдоң бөтөнлөгөн бүлгеләүгә тиң булыр ине, уларҙы бер-береһенән былай айырыу мөмкин түгел. Ошо күҙлектән аңлатҡанда, тар мәғәнәлә ҡурап кипкән үләнде атар өсөн түгел, ә киңерәк мәғәнәһендә, моң барлыҡҡа килтереү өсөн сәбәпсе (ҡур) булған көпшә — ҡурайыбыҙҙың исеме! Ә ул моңдо ҡурай аша тыуҙыра алыу һәләте тик иң боронғо халыҡтарҙан һаналған башҡортҡа ғына хас. Тәбиғи үләндән моң ҡоралын яһауҙы Аллаһы Тәғәлә тик уға тәғәйен иткән. Ябайлығы уның боронғолоғонда, тимәк! Боронғолоғона, тәбиғиле