Jump to content

Page:Geleyetdinov i toz balalar folklory bala sak uinapkolop ycer.djvu/3

From Wikisource
This page has not been proofread.

БАШ ҺҮҘ

Балалар фольклоры, ололар һәм кескәйҙәр тарафынан ижад ителеп, күп төрлө жанрҙарҙы үҙ эсенә ала һәм халыҡ ижадының мөһим бер тармағын тәшкил итә. Ул халыҡ педагогикаһы менән тығыҙ бәйләнгән.

Балалар фольклорын өс ҙур төркөмгә бүлергә мөмкин: 1. Әсә¬ ләр поэзияһы. 2. Балалар ауыҙ-тел ижады. 3. Уйын фольклоры. Әсәләр поэзияһы үҙе тыуыр балаға һәм бала тыуғас әйтелгән теләк-юрауҙарға, бишек йырҙарына, әүрәткестәргә (баланы мун¬ са индергәндә, бармаҡтар менән уйнағанда әйтелгән һүҙҙәр һ. б.),

һөйгөстәргә, арбау-имләүҙәргә (күҙ тейеүҙән, ҡурҡыуҙан, төрлө сирҙәрҙән һаҡлау маҡсатында әйтелгән һүҙҙәр), бейеү таҡмаҡта¬ рына, ҡурҡытҡыстарға һәм бала фажиғәһенә бәйле ҡайғылы йыр¬ ҙарға төркөмләнә.

Балалар ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре халыҡ тормошона, тәбиғәт • күренештәренә, үҫемлектәргә, хайуандарға, ҡоштарға һәм бөжәк¬ тәргә бәйле өндәшмәктәрҙе, әйтенмәктәрҙе, оҡшатҡыстарҙы (мәҫә¬ лән, ҡош булып һайрауҙарҙы), телмәрҙе камиллаштырыуға ҡо¬ ролған тел төҙәткестәрҙе, ике кеше йәки төркөмдәр һәм хатНа ауылдар араһында сыҡҡан үсекләшеүҙәрҙе, ҡара-ҡаршы әйтеш- мәктәрҙе, көйһөҙ-мдңһоҙ рифмалы теҙмә юлдарҙан торған таҡма¬ заларҙы һәм кескәйҙәр тарафынан тыуҙырылған әкиәттәрҙе, көлә¬ мәстәрҙе, йырҙарҙы, таҡмаҡтарҙы үҙ эсенә ала. Уйын фольклоры уйнаусыларҙы ике тигеҙ яҡҡа бүлгән йәки сираттарҙы билдәләгән һанашмаҡтарҙан, йырлы, һүҙле драмалы (сюжетлы) һәм ҡағиҙәләргә ҡоролған хәрәкәтле уйындарҙан, уйын тәртибен боҙғандарҙы язалау төрҙәренән ғибәрәт. Башҡорт балалар фольклоры үрнәктәре электән ентекләп йы¬ йып алынмаған һәм тейешенсә өйрәнелмәгән. Шуға күрә был мө¬ һим һәм ҙур эште хәҙер башлап ебәрергә булдыҡ. «Балалар фольклоры» биш китаптан торасаҡ. Тәҡдим, ител¬ гән беренсе китапҡа, йыйылған материалдарҙан сығып, ололар та¬ рафынан балалар өсөн тыуҙырылған ауыҙ-тел ижады үрнәктәре һәм балаларҙың үҙҙәре ижад иткән бер килке әҫәрҙәре индерелде. Үрнәктәрҙең ҡайҙан, кемдән алыныуы «Аңлатмалар» бүлегендә бирелде һәм китапта һөйләш үҙенсәлектәре урыны менән шул көйө ҡалдырылды.