Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/98

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

барғандар. Сабыйҙы йыуындырғанда кендек инәһе шулай тип һамаҡлай:

Бәхетле, тәүфиҡле бул,

Татлы телле бул!

Мунса ташы,

Бүрәнә башы,

Таштай ныҡ бул,

Бүрәнәләй бүкән бул,


Аталы-инәле,

Алтын ҡанатлы,

Ьүззәрең өҫтөн,

Йөззәрең күркәм,

Ҡулдарың эшсән булһын!

Шулай тип сайындырғандан һуң "Су-у-уп!" - тип, сабыйҙың һырт буйынан аҡҡан һыузы ирендәре менән аҫтан өҫкә ҡарай һыпырып алып, ситкә төкөрә. Шуны "Бала арҡаһынан йөн алыу" тизәр. Йәнәһе, баланың арҡаһы йөнлө була, уны "Бала йөнө" тизәр. Шунан әсәһенең һөтө менән баланың тәнен һыпыра.

Сабыйҙы тәү тапҡыр йыуындырғанда, йыуынтыға ете бөртөк тары һалалар. Башҡорттарҙа ете һаны изге, ҡотло һанала, ә тары муллыҡ, бәрәкәт символы.

Икенсе йыуындырғанда - туғыз, өсөнсөһөндә - ун бер* Шулай итеп, мунсала йыуындырған һайын ҡырҡ бергә тиклемге таҡ һанынса тары һалып сығалар. Был ырым баланың тарылай тәгәрәп, ырыҫлы, ғүмерле булып үҫеүен теләүҙе аңлата.

Сабыйҙың сәсен тәүге алыу "ҡарын сәсен алыу" була. Уны теләһә кемдән түгел, күңелеңә оҡшаған кешенән генә