Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/88

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Бындай язғы байрам төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында "Көпшә йыйыны" тип йөрөтөлгән. Ул бер нисә көн, ҡайһы берзә азна буйы барған. Был байрамда иң төп ризыҡтар балтырған бутҡаһы, кесерткән, ҡуҙғалаҡ ашы, зәржә өйрәһе булған (көпшә - балтырғандың синонимы). Бынан тыш, өйзән килтерелгән ашамлыҡтар за бер табынға һалынған һәм уны һәр кем тәмләп ҡараған. Был йола ла, берзән, халыҡты туплау, күңел асыу сараһы булһа, икенсенән, уның иң боронғо функцияһы тәбиғәткә, тәбиғәт хужаларына, аллаһы тәғәләгә биргән ризыҡтары өсөн рәхмәт әйтеү, илгә ҡот һәм бәрәкәт теләү булған.

Башҡорттарҙа йәнә ямғыр теләу зә элегерәк айырым йола булып йөрөгән. Ҡайһы бер яҡтарҙа уны ямғыр бутҡаһы тип тә йөрөткәндәр. Этнографтар С.Н.Шитова менән Р.Ғ.Ғәҙелгәрәевалар яҙыуынса, был йола борон киң таралған булған. Оҙағыраҡ ямғыр яумай торһа, махсус тәғәйенләнгән кешеләр өйзән-өйгә йөрөп ярма (ғәҙәттә бойзай, арпа ярмаһы), һөт, май, ҡаймаҡ, йомортҡа һәм башҡа ризыҡтар йыйғандар, һыу буйында ҡазан аҫҡандар. Ямғыр бутҡаһы бешкәнсе, уйын-көлкө ойошторолған, әбейзәр доғалар уҡып, теләктәр әйткәндәр. Бутҡа ашалып бөткәс, "һыуға һалыш" башлана. Тәүзә мулланы йә икенсе бер оло кешене һыуға һалалар. Бөтәһе лә ямғыр теләй:

Ямғыр, яу, яу,

Ьимез һарыҡ һуйырмын,

Ьимез ерен ҡуйырмын,

Ямғыр, яу, яу, яу!