Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/74

From Wikisource
This page has not been proofread.

§ 2. Календарь йолалар һәм уларға бәйле аш-һыуҙар

Йолаларҙың шундайзары бар: улар бары билдәле бер миҙгелдә генә атҡарыла. Яңы йыл тыуыуын Науруз байрамы менән, яз килеүен Ҡарға бутҡаһы, унан Кәкук сәйе менән билдәләһәләр, язғы эштәр бөткәс иһә Һабантуй байрамы үткәрелгән. Йәйләүҙәргә сыҡҡан осорза йыйындар, көзөн - Сембөлә байрамы, ҡар ятҡас - Һуғым байрамы. Ҡаз өмәләре уҙғарылған. Йолалар бер-береһенән мизгел һыҙаттары менән генә түгел, ә үтәлеш формалары, башҡарылған тәртиптәре менән дә айырылған. Заманында һәр байрамдың саҡырыу рәүеше үҙенсә булған. Ырыу-ара үткәрелгән йыйындарға, ат еткән урынға - ат, хат еткән урынға - хат ебәреп, ҡунаҡ йыйғандар. Ҡарға бутҡаһына Алсабыр әбей менән бала- саға һәр ҡапҡаға борола-һуғыла, ҡарға булып ҡарҡылдап саҡырыр булған. Был саҡырыуҙа байрамға барыуҙың шарты әйтелә:

Ҡарға әйтә: "ҡар-ҡар",

Туйым етте, бар, бар!

Ярма, күкәй алып бар,

Һөт, майыңды һалып бар.

(12. 197)

Науруз байрамына барыу өсөн аҡса биреү шарт. Шуға ла: "Науруз хаҡы - бер алтын", - тип ҡабатлайҙар. Ә Нардуған байрамына саҡырғанда бары изге теләктәр теләйҙәр, һөрәнләмәйҙәр. Әммә башҡа байрамдарға барыу шартын белгән кеше байрамға буш ҡул менән килмәй.