Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/6

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

да, мәҙәниәтен дә өйрәнеү ул. Хәҙерге ваҡытта халыҡтың этник үҙенсәлектәре материаль һәм рухи культура әлкәһендә әкренләп юйыла, тоноҡлана бара. Әммә аш-һыу терминдары әлкәһендә этнографик үҙенсәлектәр тотороҡлораҡ һаҡлана. Мәҫәлән: кейем-һалым, йорт ҡаралтылары атамалары. Әйтелгәндәрҙән сығып, хеҙмәттең темаһы һәм тикшеренеү объекты билдәләнде. Эштең маҡсаты - милли аш-һыу лексикаһын этнолингвистик планда яҡтыртыу, был тематик төркөмгә ингән терминдарҙың семантик төҙөлөшөн асыҡлау һәм башҡорт аш-һыуҙарының, табын этикетының фольклорҙа сағылышын күрһәтеү.

Ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы, түбәндәге конкрет мәсьәләләр ҡарала: - башҡорт милли аш-һыу терминдарын классификациялау;

- аш-һыу терминдарының яһалышындағы типик

моделдәрзе һәм айырым алымдарҙы асыҡлау; - тикшеренеү объекты булған термино-системаның халыҡ ижадындағы сағылышын күрһәтеү һәм шулар аша башҡорт табын этикетының үҙенсәлектәрен яҡтыртыу. Аш-Һыу лексикаһын этнолингвистик йәһәттән яҡтыртыу һәм уны системалы анализлау терминдарҙың яһалыш моделдәрен асыҡлауға, шулай уҡ тел һәм материаль культура араһындағы булған тәрән эске бәйләнештәрҙе күҙ алдына баҫтырырға мөмкинселек бирә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре һәм һығымталары тарихи лексикологияның ҡайһы бер проблемаларын асыҡларға һәм хәл итергә мөмкинселек бирә, башҡорт тел ғилемендәге