Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/51

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

беренсенән, ҡамырын һурпаға баҫһаң, тәмлерәк була, икенсенән, бешкән саҡта бәлеш эсенә аҙлап-аҙлап һурпа өҫтәп тораһың. Ҡамырҙы һәр кем үҙенсәрәк баҫа. Әҙер ҡамырҙы ике йәймә итеп йәйәһең. Табаның төбөнә һалынырға тейешлеһе табанан ҙурыраҡ, ә өҫтөнә йәйелгәне бәләкәйерәк, таба ҙурлыҡ була. Таба төбөнә йәйелгән йәймәгә бармаҡ башындай итеп туралған ит, картуф (ҡайһы бер яҡтарҙа дөгө, бойҙай ярмаһы) һалалар, тәмләткестәр өҫтәйҙәр. Таба тулғас, өҫтөнә бәләкәйерәк йәймәне ябалар һәм төпкә йәйелгәненә семәрләп йәбештәрәләр. Өҫкә ҡатламының уртаһына түңәрәк тишек яһайҙар һәм уны ҡамыр бөкө менән тығалар. Бәлеш бешкән саҡта шул тишектән әҙләп-әҙләп һурпа ҡойоп торалар, һурпаны бер юлы күп итеп ҡойһаң, таба төбөндәге ҡамыр ебей, бөтөнләй ҡоймаһаң, бәлеш эсе ҡоро була. Ҙур бәлеште тауыҡ баштарын, тәпәйҙәрен, бөрләтәү, бауыр-йөрәктәрен һалып та бешерәләр. Бындай бәлеште, ғәҙәттә, ҡаҙ өмәһе мәлендә бешерәләр. Шулай итеп ул йола ризығы традицияһын да үтәй.

Итле ҙур бәлештән тыш күп төрлө ваҡ бәлештәр бешерелә. Улар төрлө урында төрлөсә атап йөрөтөлә: бөйөрөк, пирук, кәкере, бөккән, сумса, самбуса. Уларҙы сөсө ҡамырҙан да, әсе ҡамырҙан да әҙерләйҙәр. Эсенә һалыу өсөн төрлө еләктәрҙе, балан, сейә, муйыл емештәрен, картуф һәм кәбеҫтәне файҙаланғандар. Бөйөрөктәр өсөн бигерәк тә эремсек уңайлы булған. Уларҙың үҙ исемдәре лә бар: аҡ эремсектән яһалғаны бәрәмәс, ҡыҙыл эремсектән бешерелгәне әжекәй тип йөрөтөлә.

Ҡамырҙан төрлө аш-һыуҙар әҙерләнә, Шуларҙың иң ябайы һәм, күрәһең, иң боронғоһо - ыумас. Уста ыуып иҙелгән ҡамырҙы (исеме лә ыуыу һүҙенән алынған) ҡайнап торған