Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/48

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Ҡамыр аштары төркөмөнә иң ныҡ таралган, киң ҡулланылған түбәндәге көндәлек һәм байрам ризыҡтарын, аш- һыуҙарын индерергә мөмкин: икмәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, ҡатлама, сәксәк, сумса (сумбаса), шәнкә. ҡош теле, бәлеш. һалма, туҡмас, ыумас. Был ризыҡтар араһында иң ҡәҙерлеһе һәм көндәлек рационда төп урынды тотҡаны, әлбиттә, икмәк. "Икмәк- барыһына ла баш", "Икмәк, сәйем - яҡты йөҙөм", "Икмәк булһа, йыр ҙа булыр" һ.б. мәҡәл, әйтемдәр башҡорттарҙың был ризыҡҡа ниндәй ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүе тураһында һөйләй. Икмәктең дә үҙ төрҙәре бар: сөсө икмәк, әсе икмәк, кәлсә. йәймә, табикмәк. Улар араһында иң боронғоларҙан кәлсә һанала. Боронғо башҡорттарҙа уны нисек бешереү тураһында П.С. Паллас бына нимә тип яҙып ҡалдырған: "Башкирская женщина месит руками лепешку на воде с солью, сажает ее на поду камина в горячую золу и загребает... потом втыкает на палочку и держит несколько минут у огня, чтобы корка поджарилась" (16. 651). Ҡайһы бер башҡорттарҙа икмәкте кәлгә күмеп бешереү ысулы XX быуат урталарына тиклем һаҡланған. Уны бигерәк тә алыҫ юлға сығыусылар өсөн әҙерләгәндәр. Майға баҫылған, йомортҡа ҡушылмаған бындай икмәк оҙаҡ һаҡланған, торған һайын ул матурлана барған. Шуға күрә уны "юл икмәге" тип тә йөрөткәндәр.

Икмәктең икенсе бер боронғо төрө - "йәймә". Уны башлыса Урал аръяғы башҡорттары бешергән. Йоҡа итеп йәйелгән сөсө ҡамырҙы эҫе ҡаҙандың эске яғына йәбештергәндәр. Әҙер булғас, улар ҡубып, ҡаҙан төбөнә төшә. Уларҙы алып, бер һауытҡа өйгәндәр һәм табынға һары май менән майлап 47