Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/37

From Wikisource
This page has not been proofread.

һүрәтләүҙән тыш, өҫтәмә рәүештә түбәндәгеләрҙе яза: "Ҡорот - род сыра, одно из достоинств которого способность долго сохраняться... Можно выделить несколько видов корота: жидкий, густой и сухой, пресноватый и острый. Если его готовили из свежей сюзьмы или катыка (2-3-х дневного), то корот получался пресноватым, а если из 5-7-дневного катыка, тогда острый. Из полученной густой массы формировали небольшие (10- 12 см в диаметре) колобки; иногда им придавали уплощенную форму. Сырки складывали на особый помост (ылаш, тәшкә) для просушки... Иногда ылаш устанавливался над очагом и сырки слегка коптились..." (14. 67). П. Паллас та ҡорот тураһында "в дыму засушен¬ ный сыр" тигән мәғлүмәт бирә (16. 650).

Ҡоротто һаҡлау өсөн талдан сыт үргәндәр, муйылдан тубал (кәрзинкә) яһағандар. Уны шулай уҡ ҡайын тузынан яһалған һәм бер нисә урындан тишелгән тырызда ла һаҡлағандар. Уны ни өсөн шулай ҡәҙерләгәндәр һуң? Сөнки ҡышын, иң ауыр мәлдә, ҡорот башҡорттарға икмәк хеҙмәтен үтәгән. Бынан * тыш, халыҡ уның дауалау сифаттарын яҡшы белгән: һыуыҡ тейгәндә ҡорот тирләтеү сараһы булараҡ ҡулланылған, күңел болғаныуҙы, эс китеүҙе баҫҡан, йылан тешләгәндә ағыу көсөн юҡҡа сығарған, ҡорот күге менән яраларҙы һәм шешектәрҙе эшкәрткәндәр. Ғөмүмән алғанда, ул медициналағы билдәле дарыу - аспирин хеҙмәтен үтәгән.

Файҙалы һәм туҡлыҡлы, озаҡ һаҡлана торған был ризыҡ оҙайлы юлдарҙа һәм яузарза йөрөгән башҡорт