Башҡорттарҙың көндәлек туҡланыу рационын П.К. Назаров май һәм ҡаймаҡ ҡушып ашалған кәлсәгә, ҡыҫыр (итһез) һалмаға һәм бутҡаға ҡайтарып ҡалдыра [15. 192]. Ҡайһы бер хеҙмәттәрҙә, киреһенсә, башҡорттарҙың туҡланыу ризыҡтарының, милли аш-һыузарының байлығы һәм төрлөлөгө һызыҡ өҫтөнә алына.
Башҡорттарҙың милли аш-һыузары тураһында үткән быуатта теркәлгән мәғлүмәттәрҙең төрлө-төрлө, ҡайһы берзә хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы булыузарының үз сәбәптәре бар. Беренсенән, был тема менән бер тикшеренеүсе лә, бер сәйәхәтсе лә махсус рәүештә, эзмә- эзлекле шөғөлләнмәгән. Аш-һыузарға ҡағылышлы яҙмалар юлайҡанлы, ниндәйҙер күҙәтеүҙәргә өҫтәлмә мәғлүмәт булараҡ ҡына теркәлгән. Икенсенән, сәйәхәтселәр үз күззәре менән күргәндәрҙе генә ҡағыҙға теркәгәндәр, үз күҙәтеүҙәренән башҡа тикшеренеүселәрҙең яҙмалары менән сағыштырмағандар. Һөҙөмтәлә ярлы башҡорт тормошон күҙәтеүселәр уның ниндәй ауыр көн итеүен, аш- һыуының наҡыҫ, ябай, бер төрлө булыуы хаҡында язып ҡалдырғандар. Хәллерәктәргә тап булғандары иһә, һәүетемсә ҡунаҡ булып, уларҙың байрам аштары менән яҡындан танышҡандар, аш-һыузарының ярайһы уҡ төрлө һәм үҙенсәлекле булыуын билдәләгәндәр (мәҫәлән, В. Зефиров). Ә инде бай башҡорт ғаиләһендә туҡталғандар, ғарҡ булғанса туйынып, табындағы муллыҡҡа хайран ҡалғандар һәм шул күренеште ҡуйын дәфтәрҙәренә теркәгәндәр.