Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/146

From Wikisource
This page has not been proofread.

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә беҙ башҡорт милли аштарын төркөмдәргә бүлеп ҡараныҡ. Фекеребеҙ нигеҙендә халҡыбыҙҙың төп йәшәйеш кәсептәре ята. Шуларға ярашлы беҙ түбәндәге билдәләмә бирҙек: башҡорт аш-һыуҙары төп өс төрҙән тора: ит. һөт, үҫемлек аштары. Был турала башҡорттарҙың тарихын һәм көнкүрешен өйрәнгән бөтә тикшеренеүселәр әйтеп китә. Был хеҙмәттә башҡорт аш- һыуҙарына киңерәк ҡараш ташланды һөм халыҡтың кәсебенә, көнитмешенә бәйле йәнә бер нисә ашамлыҡ төрҙәре билдәләнде: солоҡсолоҡҡа бәйле - бал, балыҡсылыҡ кәсебенә бәйле балыҡ аштары, һунарсылыҡҡа бәйле - ҡыр кейектәренән әҙерләнгән ашамлыҡтар һәм Уралыбыҙ бүләк иткән тәбиғәт ризыҡтары. Улар тураһында китапта ентекле һүҙ алып барылды.

Тәҡдим ителгән хеҙмәттең икенсе бүлеге йола-байрам аш- һыуҙарын тикшереүгә һәм уларҙың семантикаһын анализлауға бағышланды. Этнолингвистик тикшеренеүҙәрҙә һис ҡасан халыҡтың милли йолаларын урап үтеп булмай. Нәҡ йола күренештәре һәр халыҡтың милли булмышын сағылдырған иң мөһим билдәләрҙән иҫәпләнә. Шуға күрә хеҙмәттең был өлөшөнә тейешле иғтибар бүленде һәм башҡорттарҙың милли йолалары, уларҙа махсус әҙерләнгән ризыҡтар тураһында ярайһы киң мәғлүмәт килтерелде. Ундағы төп фекерҙәр түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала: башҡорт йолалары бай һәм күп төрлө, улар халыҡ тарихы, кәсептәре һәм көнитмешенә бәйле. Йолаларҙы, ғө рөф-ғәҙәттәрҙе тикшергән этнограф-ғалимдар уларҙы ике ҙур төркөмгә бүлә: календарь йолалар һәм ғаилә- көнкүреш йолалары. (Фольклорсылар уны киңерәк планда ҡарай.) Һәр йола махсус аш-һыуҙар менән оҙатыла килә. Уларҙы