Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/144

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

һығымта

Тел ғилемендә терминология, йәғни атамаларҙы өйрәнеү, мөһим һәм актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Телдең терминологик лексикаһын тикшереү бик күп һорауҙарға (тарихҡа, этнографияға, фольклорға бәйле) яуап бирә ала. Телде ана шул тарихи-этнографик юҫыҡта анализлау фәндә «этнолингвистика» тип йөрөтөлә.

Беҙҙең тикшеренеү объектын тәшкил иткән аш-һыу терминдарын күҙаллау ҙа телдең халыҡ тарихына һәм көнитмешенә ни тиклем бәйле булыуын күрһәтә. Башҡа материаль культура төрҙәре менән сағыштырғанда, халыҡтың этник үҙенсәлектәре милли аш-һыуҙарҙа һәм уларҙың атамаларында тотороҡлораҡ һаҡлана. Юҡҡа ғына халыҡ үҙенең мәҡәлендә «Милли аш - милли йөҙ» тимәгән. Шуға күрә тел ғилеменең этнолингвистика әлкәһе был объектты урап үтә алмай.

Башҡорттарҙың милли аш-һыуҙары тураһындағы тәүге яҙма мәғлүмәт XIII быуатҡа ҡарай һәм ул француз сәйәхәтсеһе Вильгельм де Рубрук исеменә бәйле. Әммә башҡорт аштары һөм туҡланған ризыҡтары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр XVIII-XIX быуаттарҙа ғына бирелә башлай. Тап ошо осорҙа Рәсәйҙә төрлө тарихи, географик, этнографик йәмғиәттәр барлыҡҡа килә һәм улар Рәсәй халыҡтарының көнкүрешен өйрәнеү эшен киң йәйелдерә, шул иҫәптән башҡорттарҙың йәшәү рәүешен сағылдырған байтаҡ мәҡәләләр донъя күрә. Уларҙа беҙҙең аш- һыуҙар һәм туҡланыу хаҡында ла байтаҡ мәғлүмәттәр бирелә. Шул авторҙарҙан иң әүәл й.Георги, П.Даллас, И.Лепехин,