Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/133

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

булғанлығы ла асыҡ күренә. Мәҫәлән: "Йылҡы - малдың бат¬ шаһы", "Аты бар - арыҫлан", "Аты барҙың ҡанаты бар", "һыйыры барҙың һыйы бар", "һыйлы көнөң һыйырҙа", ’’Кәзәне маҡта, һыйырҙы һау", "Арыҡ булһа ла һарыҡ аҫра" һ.б. v * Был мәҡәлдәр ҙә алда әйтелгән: "Малсылыҡта башҡорттар иң әүәл атҡа, һыйырға һәм һарыҡҡа өҫтөнлөк биргән" тигән фекерҙе раҫлай.

Аш-Һыуға, туҡланыуға ҡағылышлы мәҡәлдәр араһында бик образлы һәм кинәйәлеләре бар. Уйланмайынса ҡайһы саҡ уларҙың айышына ла төшөнөп булмай. Бында халыҡтың үткер фекере лә, тел оҫталығы ла яҡшы сағыла. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә аңлатма биреп үтәйек.

1. "Ас өйҙә ҡатыҡ ойомаҫ" - ойоғанын көтмәй, һөт көйөнсә эсеп бөтөүҙе аңлата.

2. "Ауыҙ ашай, күҙ ояла" - кешенекен ашарға оял тигән мәғәнәлә.

3. "Ашаған-эскәнең урыныңда ҡалһын” - йәғни ғәйепләштән булмаһын.

4. "Ашыңды биргәс, ҡашыңды бирмә" - ашатҡанда йөҙөң асыҡ сырайлы булһын.

5. "Боҫло ашты бора баҫма" - аш бешкән өйгә керһәң, буш (ашамай) сыҡма.

6. "Бүре аҙығы - буранда" - запас аҙыҡ тупламаған кешегә ҡарата.

7. "Ҡайғыһыҙ ҡара һыуға һимергән" - ашың булһа ла ҡайғың булмаһын.