Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/13

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

ул һәр төркөмгә ингән риз ыҡтарҙы һәм аш-һыузарзы ентекле тасуирлай, уларзы әҙерләү һәм һаҡлау ысулдары менән таныштыра.

"Башҡорттарҙың туҡланған ризыҡтары ярайһы уҡ күп төрлө. Уларза бер юлы төрлө райондарҙа, ултыраҡ көнкүрешкә лә, күсмә тормошҡа ла ҡағылышлы азыҡ- түлектәрзе осратырға мөмкин. Үз-ара аралашыу процесында бер төбәккә хас аш-һыузар икенсе төбәктәргә үтеп ингән һәм, шуға күрә, теге йәки был аш-һыу з ы әҙерләү һәм ҡулланыу буйынса ҡырҡа айырылып торған райондар юҡ. Шулай за төбәк үҙенсәлектәре лә ярайһы уҡ асыҡ күренә", - тип һығымта яһай тикшеренеүсе [18. 134].

С.И. Руденконан һуң байтаҡ йылдар башҡорттарҙың милли йолалары, көнкүреше, шул иҫәптән аш-һыу темаһы менән махсус шөғөлләнеүсе тикшереүселәр булмай. Тик 1 958 йылдан һуң, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында этнография һәм антропология бүлеге асылғас ҡына, башҡорттарҙың йолалары, көнкүреше буйынса тикшеренеүҙәрҙең яңы, етди этабы башлана. Был ғилми йүнәлештең башында үзебеззә үҫеп сыҡҡан ғалимдар Р.Г. Кузеев, Н.В. Бикбулатов, Ә.З. Әсфәндиәров, С.Н. Шитова л ар тора. Уларға һуңыраҡ йәшерәк тикшеренеүселәр М.Г. Муллағолов, P.M. Йосопов, Ф.Ф. Фатыхова һ.б. ҡушыла. Уларҙың ғилми тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе булараҡ байтаҡ әһәмиәтле ғилми хеҙмәттәр донъя күрзе. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре: Кузеев Р.Г., Бикбулатов Н.В., Шитова С.Н. "Зауральские башкиры: этнографический очерк быта и культуры в XIV-XX вв."; Әсфәндиәров Ә.З. "Хозяйство башкир в первой половине