Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/113

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

һүзъяһалышты ң иң продуктив һәм киң таралған күп^ тармаҡлы төрзәрене ң береһе морфематик юл тип аталмай.

"Һүззәрзең морфематик төҙөлөшө һәм уларҙың грамматик'формаларының яһалыу үҙенсәлектәре буйынса башҡорт теле, башҡа төрки телдәр кеүек үк, агглютинатив телдәрҙең аффиксаль төркөмөнә ҡарай. Был - башҡорт телендә һүззәрзең морфематик төҙөлөшө агглютинатив юл менән, йәғни күптән ҡалыплашҡан һәм билдәле бер функция атҡарған аффикстарҙың механик рәүештә тамыр (нигез) аҙағына эзмә-эзлекле ҡушылыуы һөҙөмтәһендә, башҡарылыуына бәйләнгән: баҡ-са-сы-лыҡ-ты үҫтерәйек", -тип яза К.Ғ. Ишбаев (8. 16).

Морфема - грекса "morphe" (форма) һүҙенән яһалған. Ул иһә һүззең артабан бүленә алмай торған иң бәләкәй мәғәнәүи өлөшөн аңлата. Башҡорт телендә морфемалар, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек, мәғәнәләре, урындары һәм функцияларына ҡарап ике төргә: тамыр морфемаларға йәки тамырҙарға һәм аффиксаль морфемаларға йәки аффикстарға бүлеп ҡарала. Шулай итеп, һүз морфематик төҙөлөшө буйынса, нигеззә, ике төрлө морфеманан: тамыр менән аффикстан тора. Мәҫәлән:

һал (тамыр) - ма (аффикс),

ҡой (тамыр) - маҡ (аффикс).

Тамыр - үҙендә һүззең лексик мәғәнәһен тотоусы төп һәм даими морфема. Тамырҙан башҡа һүз булмай, ә аффиксһыҙ һүззәр булыуы мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы бер теркәүестәр (ә, ләкин, әгәр, йә һ.б.) аффикс ҡабул итмәйҙәр.