Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/109

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

ғалимдар: пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн байрам итеү X-XI быуаттарҙа ғына, уның биографияһы тулыһынса өйрәнелеп, ҡәләм эшләнеп бөтөлөп, ислам дине етлеккән феодаль йәмғиәт диненә әүерелгәс кенә, ғәмәлгә ашырыла башлаған, тигән фекерҙә. Мәүлит ваҡытында мәсеттәрҙә пәйғәмбәргә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр, ҡорбан салалар. Ҡорбан салыу, уны бүлешеү "ҡорбан байрамдарында"ғы кеүек. Бында ла аш-һыу әҙерләүгә, бергәләп һыйланыуға зур әһәмиәт бирелә. Байрам көндәрендә барыһының да туҡ, шат булыуҙары зарур. Шуға күрә был көндәрҙә ислам дине тыймаған уйын-көлкө саралары ки ң файҙаланылған.

Ерләү-күмеү йолаһы ла ислам диненән килеп ингән йолаларҙың береһе. Уның тәртиптәрен бәйән итеп тормай, был йола айҡанлы әҙерләнгән махсус аш-һыузарзы ғына ҡарап үтәйек.

Мәйетте хөрмәтләп күмгәндән һуң уның туғандары ерләүҙә ярҙамлашыусыларҙы мәжлескә йыя. Ул мәжлестәрҙе ҡайһы бер төбәктәрҙә "үлем туй" тип йөрөтәләр.

Табынға итле аш (ғәҙәттә, ҡош итенән бешерелгән) бирәләр. Иттән һәр кемгә өлөш сығарыла. Ьурпаһында ҡамырҙан озонсалап киҫелгән туҡмас бешерелә. Ул һәр кемгә айырым һауытҡа һалып бирелә. Һуңынан сәй килтерелә һәм уның янына әсе ҡоймаҡ (оладьи), емеш бәлештәре ҡуйыла. Ашап-эскән мәлдә вафат булған кешене яҡшы яҡтарынан иҫкә алалар, "ауыр тупрағы еңел булһын!", "йәне ожмахта булһын!" тигән теләктәр әйтәләр.