Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/103

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Шулай эшләһәң, киләһе йыл ҡаззар уңа тип юрайҙар. Кисен был өмә байрам, мәжлес төҫөн ала. Ҡаҙ ашына өмәлә ҡатнашыусылар тотош ғаиләләре менән килә. Һәр береһенә ҡаз итенән өлөш бүлеп бирелә. Иң тәүҙә йәш ҡыззарға ҡанат өләшелә.

Ҡанат итен биргәндә:

- Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ! - тизәр. Борондан ҡыззар ата йортонда тик ҡунаҡ һымаҡ булған, ҡарт ҡыз булып ҡалыу ғаилә өсөн бәхетһеҙлек һаналған.

Ҡыҙҙарға өлөш бүленеп бөткәс, ололарға бүлеп сығалар. Әгәр ҡаз бото эләкһә:

- Ҡаз шикелле бейеп тор! - тизәр. Баш тотторһалар:

- Башлы бул! - тип әйтәләр.

Ит өлөштәрен кешеһенә ҡарап таратҡандар. Һәр өлөштө һамаҡлап, йырлап биргәндәр.

Мәҫәлән:

Был ҡаз ҡайҙа ултырған,

Бото өрөп тултырылған!

Өлөшөң ҡулыңдан төшмәһен,

Ипләп!

Ауызың бешмәһен!

Аштан һуң ҡаз майына бешерелгән ҡоймаҡ бирелә. Бирелгән ҡоймаҡты бөткәнсе ашау шарт. Шулай итмәһәң, киләһе йыл хужаларҙың ҡазы уңмай икән, тигән ышаныс һаҡланған. Мәжлес йыр, бейеү менән аралаш бара.

Хәҙерге ваҡытта был өмә театрлаштырылған күмәк байрам төҫөн алған.