Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/101

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

мәрәкәләшеп балсыҡ баҫҡандар. Унан һыларға тотонғандар. Арый башлаһалар, берәүһе:

- Балсыҡ ҡоро! - тип ҡысҡырған. Башҡалары был оранды күтәреп алған. Шунда хужабикә өмәселәргә йә ҡымыз, йә буза (һуңғараҡ дәүерҙәрҙә әсе бал) килтергән. Уны эсеп ҡатындар бер аз уйын-көлкө ойоштороп ял иткәндәр.

Өмәгә: "Сәсмә күтәрәбеҙ!" -тип, әбей-һәбей килеп инә торған булған. Үззәре менән улар май, ҡорот, бал, икмәк һәм башҡа ризыҡтар килтергәндәр. Өмәгә хәйер-фатиха биреп:

- Бында көн иткән кешеләр озон ғүмерле булһын!

- Иҫәнлек-Һаулыҡ, татыулыҡ, тәүфиҡ менән йәшәргә

язһын! - тип теләктәр теләп, ризыҡтарын ауыз иттерәләр, ҡалғанын хужабикәгә тапшыралар.

Өйзө һылап бөткәс, ҡибла яҡ стенаның аулағыраҡ бер мөйөшөнә иң оло еңгә бер йомарлам балсыҡты йәбештерә һуға ла: "Минең ҡулым түгел, Ғәйшә Фатима ҡулы," - тип үҙенең ҡулының эзен ҡалдыра.

Өй һылағандан ҡалған балсыҡты матур итеп йомғаҡлап, тәрилкәгә һалып, алсаҡ, йомарт һәм уйынды уйын итеп ҡабул итә алырҙай бер еңгә кешегә алып баралар. Ул тәрилкәләге балсыҡты ала ла, һауытын йыуып, бер йомғаҡ май, ҡорот һалып, бер бөтөн икмәк тоттороп сығара. Ошо йоланы "өмә балсығын илтеү" тизәр. Ошолай итеп бер нисә өйзән алынған күстәнәстәр менән кис "аулаҡ өй" йолаһын үткәрәләр.