0%

Ba/1 сентябрь

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
1 сентябрь ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


1 сентябрь


 Йәшәгән, ти, бер ҡыҙыҡай. Уға ете йәш тулған. Ете йәш тулғас, ни эшләйҙәр? Әлбиттә, мәктәпкә баралар.
1 сентябрь көндө ҡыҙыҡайҙың бик матур булғыһы килгән. Ҡолағына әсәһенең алҡаларын таҡҡан, муйынына муйынса кейгән, ирененә иннек һөрткән. Аяғына әсәһенең осло үксәле туфлийын кейгән дә, әсәһенең сумкаһын тотоп, мәктәпкә барырға сыҡҡан.
— Мине ал, уҡытыусыңа бүләк итерһең! — тип инәлгән өҫтәлдә ултырған сәскәләр.
— Мине тот ҡулыңа, бик кәрәк бит мин һиңә! — тип инәлгән портфеле.
— Мине кей өҫтөңә! — тип үтенгән мәктәп формаһы.
— Мине кей аяғыңа! — тип ялбарған сандалийы. — Мин бик уңайлы.
Ҡыҙыҡай береһен дә тыңламаған.
Мәктәпкә килһә, ни күрһен: бөтә балалар ҙа сәскә тотҡан, мәктәп формаһы кейгән, ҡулдарында — портфель. Ҡыҙыҡай өҫ-башын алмаштырырға тиҙ генә өйҙәренә йүгергән. Йүгереүен йүгергән дә бит, Белем байрамына һуңлаған. Бик күп ҡыҙыҡтарҙы күрмәй ҡалған, ти.

 


2009 йыл