Jump to content

Ba/Ҡурсаҡ кешегә әйләнде

From Wikisource
Ҡурсаҡ кешегә әйләнде ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Ҡурсаҡ кешегә әйләнде


 Бесәй бер генә һүҙ белә: «Мыр-мыр». Эт тә бер генә һүҙҙе ҡабатлай: «Уау-уау». Әтәс тә бер генә һүҙҙе ҡысҡыра: «Ки-кри-күк!» Тауыҡ та бер генә Һүҙҙе йырлай: «Кыт-ҡыт- ҡыт».
Закир исемле малай ҙа бер генә һүҙҙе өйрәнгәйне. Ашағыһы килһә лә, илағыһы килһә лә, уйнағыһы килһә лә:
— Мәм-мәм, — тип яр һала ине. Закирҙың теле асыла башланы. Бесәйҙе ул:
— Мыр-мыр, — тип иркәләне. Этте:
— Уау-уау, — тип үсекләне. Әтәскә:
— Ки-кри-күк! — тип ҡысҡырҙы. Тауыҡтарға ҡушылып:
— Ҡыт-ҡыт-ҡыт, — тип йырланы. Закирҙың теле байығандан-байый барҙы.
«Әсәй!», «Атай!» — тип әйтә башланы, унан «бесәй», «эт», «әтәс», «тауыҡ» һәм башҡа һүҙҙәрҙе өйрәнде. Кешеләр ҙә, хайуандар ҙа, ҡош- ҡорттар ҙа уны шунда ғына аңлай башланы. Бөтәһе лә хәҙер Закирҙы ҙур кешегә һанай. Ә быға тиклем ҡурсаҡ тип кенә беләләр ине.

 


2009 йыл