Jump to content

Ba/Эшем эйәһе

From Wikisource
Эшем эйәһе ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Эшем эйәһе


 Ғәйшә инәй ҡапҡа төбөнә сығып ултырҙы. Эш-көштәрен бөтөргәс, ҡояш байыр алдынан аяҡтары әллә ниңә шул ҡапҡа төбөнә тарта. Яңғыҙлыҡтандыр инде. Урамда, исмаһам, бала- сағаның уйынын ҡарап ултырһаң да күңелле.
Ана, күрше ҡыҙҙары Зифа менән Гүзәл туп Һикертеп йөрөй. Ғәйшә инәйҙе күргәс тә, тып итеп, эргәһенә килеп баҫтылар. Инәй, ғәҙәтенсә, камзул кеҫәһенән ҡыҙҙарға кәнфит алып бирҙе.
— Балаҡайҙар, — тип һүҙ башланы ул, — Һөйләгеҙ әле, донъяла ниндәй яңылыҡтар бар?
Ғәйшә инәй гәпләшер кеше табылғанға бик шат ине.
— Әлләсе, — тине Зифа.
— Беҙҙең һыйыр быҙауланы, — тине Гүзәл.
— Ҡотло булһын быҙауығыҙ! — Инәйҙең шатлығы йөҙөнә сыҡты. — Хәҙер әйтегеҙ әле, бөгөн өйҙә ни эш бөтөрҙөгөҙ?
— Мин иҙән йыуҙым, — тине лә Зифа, тынып калды.
— Мин дә иҙән йыуҙым, — тип уны ҡабатланы Гүзәл. — Кер ҙә йыуҙым. Аш бешерҙем. Ихатаны һеперҙем. Утын ярҙым, һыйыр һауҙым. Шәл бәйләнем. Картуф утаным.
Ғәйшә инәй тыңлап-тыңлап торҙо ла:
— Көн дә шулай эшләйһеңме? — тип һорап ҡуйҙы.
— Эйе, — тине Гүзәл.
— Өйҙә бер эш тә ҡалдырмайһың икән. Әсәйең ҡурсаҡ менән уйнап ҡына ултыралыр инде, былай булғас. — Ғәйшә инәй мәғәнәле итеп көрһөнөп ҡуйҙы. — Әсәйеңдән һорашайым әле.
— Өйҙә юҡ ул. Ҡалаға китте.
— Бая ғына беҙгә инеп сыҡҡайны ла баһа! Гүзәл, нимәлер әйтергә теләп, ауыҙын ғына асҡайны, Ғәйшә инәй, Зифаға ҡарап:
— Уңған ҡыҙ икәнһең һин, рәхмәт, — тине. — Иртәгә иҙәнемде йыуып кит әле, балаҡайым.

 


2009 йыл