0%

Ba/Тәмле һүҙҙәр

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тәмле һүҙҙәр ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Тәмле һүҙҙәр


 Тимер әсәһен 8 Март байрамы менән ҡотларға күптән әҙерләнеп йөрөнө. Донъялағы иң ҡәҙерле кешеһенә атап тәҙрә төбөндә тамсы гөлө үҫтерҙе. Эй әттәгенәһе! Сәскә атырға ғына тумалғайны, февраль буранында гөл туңды ла ҡуйҙы. Тәҙрә төбөнән алып ҡуйырға ни эшләп башы етмәгәндер инде Тимерҙең. Үс иткәндәй, ваҡыт тиҙ үтә: байрам көнө килде лә етте! Иртән тороу менән, Тимер әсәһенең, уға әйткән яратыу һүҙҙәрен хәтерләне: ҡолонсағым, бәпесем, ҡояшым, күҙ нурым, ҙур үҫкәнем, аҡыллым, йән киҫәгем... Әсәһе шул һүҙҙәрҙе әйтһә, Тимер мыжыуҙан да, илауҙан да туҡтай. Уның әллә күпме күргәне бар: башҡа малайҙарҙы әсәләре кәнфит биреп йыуата. Ә уның әсәһе тәмле һүҙҙәр әйтә. Уларҙы тыңлағанда, Тимергә шул тиклем рәхәт булып китә: ауыҙы үҙенән-үҙе ҡолаҡтарына етә лә ҡуя. Кәнфитең ары торһон!
Туҡта әле Тимер үҙе лә белә бит уларҙы.
— Алтыным, — тине ул, әсәһенең муйынына һарылып. — Байрам менән ҡотлайым һине, ҡәҙерлем!
Әсәһенең йөҙө балҡып китте. Өлкәндәр ҙә бик ярата икән тәмле һүҙҙәрҙе.
— Күрсәле, улым ҡалай ҙур үҫкән, ниндәй яғымлы, — тип һөйөндө ул. — Тағы ҡабатла әле әйткәндәреңде.
Тимер теҙеп алып китте:
— Әсәкәйем, әсәкәйгенәм, матурым, гөлөм, Һандуғасым, берҙән-берем, йондоҙом...
Зур көскә эйә икән илгәҙәклек, наҙлылыҡ. Әсәһе Тимерҙе күтәреп өйөрөлөп алды:
— Кешеләргә йөҙөң яҡты, һүҙең һәр ваҡыт тәмле булһын, ҡолонсағым, — тине.
Өйҙәре лә яҡтырып, нурланып киткәндәй булды.
Ҡәҙерле балалар! Ә һеҙ ниндәй тәмле һүҙҙәр беләһегеҙ?

 


2009 йыл