0%

Ba/Сәтләүек

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сәтләүек ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Сәтләүек


 Тейен урманда, кәрзин тотоп, сәтләүек йыйып йөрөй икән. Ағасҡа менеп, бик күп сәтләүек йыйған. Төшөп, аяҡ аҫтына ҡараһа, ҙур сәтләүек ята, ти. Ҡаҙ йомортҡаһы хәтлем булмаһа ла, тауыҡ йомортҡаһы хәтлем булыр.
Тейен өйҙәренә ҡайтып киткән. Сәтләүектең эсендә нимә барлығын күргеһе килгән. Сәтләүекте Тейендең атаһы сүкеш менән ярып ҡараған — ярылмаған; балта менән ярып ҡараған — ярылмаған.
Тейен Бүрегә киткән. Бүре яра алмаған. Айыуға барған — ул да яра алмаған.
Тейен хикмәтле сәтләүеген тотоп китеп барғанда, Мәскәй әбей осраған. Сәтләүекте ярам тигәндә аҡтыҡ теше һынып сыҡҡан Мәскәйҙең.
Ары атлаған Тейен. Аҡланда Гөлсөм исемле бер ҡыҙыҡай еләк йыйып йөрөй икән. Гөлсөм сәтләүекте әйләндереп-тулғандырып ҡараған- ҡараған да кнопкаһын күреп ҡалған. Шул кнопкаға баҫҡан икән — сәтләүек асылып киткән. Эсендә, беләһегеҙме нимә, ти?! Алтын, ти бит! Тейен уның менән нимә эшләһен инде? Гөлсөм исемле матур ҡыҙыҡайға бүләк иткән алтынды. Шуның менән әкиәт тә бөткән.

 


2009 йыл