0%

Ba/Оҙон аяҡлы помидор

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Оҙон аяҡлы помидор (Шиғыр)
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Оҙон аяҡлы помидор


Арҡыры башлы помидор,
Оҙон аяҡлы помидор
Беҙҙең баҡсала үҫте,
Кинәнгәнсе һыу эсте,
Эсмәҫ ине — көн эҫе.
Ҡырауҙар төшә башланы,
Төндәр хәҙер бик һыуыҡ.
Оҙон аяҡлы помидор
Өйөбөҙгә инеп ҡасты,
Аяғын, битен йыуып.
 


1996 йыл