0%

Ba/Бүрегә хат

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бүрегә хат (хикәйә)
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Бүрегә хат


 Ильястың бүрегә асыуы килде, һарыу ҡайнарлыҡ та шул. Ҡайһы ғына китаптың һүрәтен асып ҡарама, бүре, эре тештәрен ыржайтып, берәй йәнлек артынан ҡыуа. Йәнһүрәттә лә ҡуянға көн күрһәтмәй ул. Әкиәттәге Ҡыҙыл башлыҡлы ҡыҙҙы эй йәлләй Ильяс. Күҙҙәре уттай янған, оҙон телен һалындырған һоро бүре юлында осрамаһа, өләсәһенә йырлай-йырлай ғына барып етер ине Ҡыҙыл башлыҡлы ҡыҙ.
Ильястың бүрене аҡылға ултыртҡыһы килде. Әммә нисек? Эй баш ватты, эй баш ватты. Урман ауыл осонда ғына бит, әллә барып: «Һин йәнлектәрҙе ҡабат рәнйетмә!»—тип бүре менән һөйләшәһеме икән? Һәйбәтләп әйткәнде аңламаһа, Ильястың уйынсыҡ мылтығы бар. Атҡан булып, бүрене юрый ғына ҡурҡытаһың.
Юҡ, урманға яңғыҙ барырға йөрәге етмәй шул әле Ильястың. Еләккә лә дуҫтары менән күрше Хәҙисә инәйгә эйәреп кенә бара.
Туҡта, булмаһа, Ильяс бүрегә: «Һин кешеләргә лә, ҡуян менән төлкөгә лә теймә!»— тип хат яҙһын. Улай тиһәң, яҙа белмәй. Мәктәпкә уҡырға барырға ике йыл бар әле. Бүрегә берәй сара күрмәй, ике йыл буйы ҡул ҡаушырып ултыраһыңмы ни инде?
Уйланып ултырған еренән Ильяс ҡапыл һикереп торҙо ла рәсем дәфтәрен, буяу ҡәләмен барып алды. Әһә, бүре күрмәгәнен күрһен әле.
Ул ҡабаланып һүрәт төшөрөргә тотондо. Аҡ ҡағыҙҙың бер ситенә бүре һүрәте яһаны. Бүренең дә ниндәйе бит әле! Ҡот осҡос: күҙҙәре йомортҡа ҙурлыҡ, теле сыбыртҡы оҙонлоҡ, тештәре тырманыҡы кеүек.
Ҡағыҙҙың тап уртаһын урмандағы аҡлан тип хис итте Ильяс. Матур сәскәләр үҫеп ултырған шул аҡланда төлкө, ҡуян, терпе, тейен, ҡулға-ҡул тотоношоп, йылмайышып бейеп йөрөй. Уртала Ҡыҙыл башлыҡлы ҡыҙ өйрөлә. Аҡлан ситендәге ҡайындарҙа һандуғастар һайрай.
— Үҙең яуыз булғас, берәү ҙә һинең менән уйнарға теләмәй, бүре. Әйҙә, тор шунда, урман ситендә, яңғыҙың,— тип һөйләнде Ильяс үҙ алдына.
Ул һүрәт төшөрөп бөттө лә урамға сығып йүгерҙе, һүрәтен почта йәшнигенә һалғас,шатлығынан йырлай-йырлай ҡайтып китте Ильяс.
Хат ташыусы апай уның һүрәтен илтеп тапшырһа, бүре оялышынан ҡайҙа керергә лә урын тапмаҫ. Шул кәрәк тә уға!
Ильяс кисен йоҡларға ятҡас та төш күрҙе. Имеш, бүре уларға килгән дә тупһанан үтергә ҡыймай тора.
— Ниңә килдең?— тип һорай унан Ильяс эре генә.
— Мин һинең менән уйнарға теләйем,—- ти бүре.
— Ниңә, урманда дуҫ бөткәнме ни һиңә?
— Хат ташыусы апай, урманға килеп, минең өңдөң ҡайҙа икәнен һайыҫҡандан һорашҡан, һайыҫҡанды үҙең беләһең бит инде: «Нимәгә кәрәк ул һеҙгә, апай?»— тип төпсөнөргә тотонған. Хат ташыусы: «Бүрегә Ильяс хат һалып ебәргән»,— тигән дә һинең һүрәтеңде күрһәткән. Һайыҫҡандың үҙе көлөүе генә етмәгән, башҡа йәнлектәрҙе, ҡош-ҡорттарҙы ла саҡырған. Күмәкләп һүрәтте ҡарарға тотонғандар. «Бүрегә ныҡ эләктергән Ильяс—молодец!»— тип ихахайлағандар.— Бүре илап ебәрҙе.— Хәҙер минең менән бер кем дә уйнамай».
Уның субырлап аҡҡан күҙ йәштәренән Ильястың күңеле йомшарып китте:
— Йә, йә, балауыҙ һыҡма...
Шул саҡ Ильяс уянып китте.
Ҡараңғы. Урамда ел һыҙғыра. Тәҙрә ҡапҡастары шап-шоп килә. Әллә ямғыр яуамы икән? Олоған тауыш та ишетелгән кеүек. «Бүре мине күрергә әллә, ысынлап та, килдеме икән?»— тип уйлап ҡуйҙы Ильяс.

 


1996 йыл