Jump to content

Ba/Батыр уйлана...

From Wikisource
Батыр уйлана... ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Батыр уйлана...


 Тағы ла бер йыл үтеп китеп бара. Яңы йыл яҡынлаша. Әле ҡыш. Яҙ булыр. Йәй етер. Көҙ ҙә үтеп китер. Көн артынан көн үтер. Донъяла ҡоштар, йәнлектәр, хайуандар, кешеләр — һәр береһе үҙенсә йәшәп ята. Ә, ғөмүмән, нимә икән ул йәшәү? Батырҙың ошо һорауға бик-бик яуап тапҡыһы килә ине. Шуға күрә ул ил ҡыҙырып сығып китте.
Иң тәүҙә уға Ҡуян осраны. Батыр үҙенең Һорауын бирә һалды.
Ҡуян, берәйһе ишетеп ҡалмағайы, тип тирә- яғына алан-йолан ҡаранды ла:
— Йәшәү ул — батырлыҡ, — тине. — Минең ҡурҡаҡ тигән данымды сығарғандар. Был дөрөҫ түгел. Быйыл мин бер баламды ла Бүрегә тамаҡларға бирмәнем.
Батыр ары китте. Алдына Бүре килеп сыҡты. Ул үҙенең дуҫына Яңы йыл ҡаршыларға китеп бара ине.
— Быйыл бер көтөү һарыҡты быуып ташланым. Тамағым туҡ. Бына был, исмаһам, — йәшәү!
Батыр Бүре менән хушлашып та өлгөрмәне, Болан да тап булды.
— Йәшәү ул — матурлыҡ, — тине Болан, бәүелеп-бәүелеп яуған ҡарҙарға һоҡланып. — Мин ҡышын ҡарҙар яуғанын ҡарап торорға яратам. Яҙын гөрләүектәрҙә ҡояш уйнағанына күҙҙәрем сағылып тора. Йәйен сәскәләр араһында йөрөп, ҡоштар йырын тыңлайым. Ә көҙөн инде өҫтөмә алтын япраҡтар яуа.
Батыр, Боландың һүҙҙәренән дәртләнеп, ары китте. Ана, һарғылт-ҡыҙыл йәнлек һуҙылып ҡына китеп бара. Төлкө икән. Батыр уға һорауын бирергә ашыҡты.
— Был донъяла йәшәй белергә кәрәк! — тине Төлкө. — Урманда бөтөн йәнлектәр ҙә бер- береһен төп башына ултыртырға ярата. Әммә миңә көстәре етмәй! Сөнки мин уларҙан башлыраҡ, йәғни хәйләкәрерәк. Белгең килһә, Батыр, йәшәү ул — хәйлә!
Батыр ары китеп күп тә үтмәне, һунарсы осраны. Батырҙың һорауына ул:
— Балаларым кеше булып үҫһә, миңә шул еткән, — тине.
Йәшәүҙе һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерә икән дә ул...
Ҡар яуа. Ҡыш. Яҙ булыр. Йәй етер. Көҙ ҙә үтеп китер. Батыр үҙенең һорауына ҡасан яуап таба алыр икән һуң?

 


2009 йыл