0%

Ba/Балыҡсы һәм алтын балдаҡ тураһында әкиәт

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Балыҡсы һәм алтын балдаҡ тураһында әкиәт (А.С.Пушкин әкиәте буйынса) ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Балыҡсы һәм алтын балдаҡ тураһында әкиәт


Бер зәңгәр диңгеҙ буйында
Йәшәгән әбей, бабай,
Бик хәйерсе икәндәр, ти,
Ерҙән өйҙәре, ай-вай!
Бабай балыҡ тотмаҡ булған
Диңгеҙҙән йылым менән,
Йылымына ләм урала,
Урала, ти, йә үлән.
Өсөнсөгә йылым һалғас,
Эләккән алтын балыҡ,
Телгә килгәс алтын балыҡ,
Бабай торған таң ҡалып.
— Ебәр мине, зинһар, — тигән, —
Үтәрмен — ни ҡушһаң да!
— Диңгеҙеңдә, бар, йөҙә күр! —
Ти бабай. — Тыныслан да!
Ул алтын балыҡ тотҡанын
Әбейгә ҡайтып һөйләй.
Әбей шундай асыулана,
Ә үҙе ни йөн иләй:
— һин, ахмаҡ ҡарт, яңы ялғаш
һораһаң, тим, ни булған?
Иҫкеһе бит кибеп бөткән,
Урталайға ярылған.
Әбейенең һүҙен тыңлап,
Киткән бабай диңгеҙгә.
Тулҡындарҙы ярға ҡағып,
Алтын балыҡ та йөҙә.
Алтын балыҡтан һораған
Ул өр-яңы ҙур ялғаш.
— Ярай, — тигән алтын балыҡ!
Өйгә ҡайтып ҡарағас,
Бабай күргән теләгәнен.
Әбекәй һаман әрләй:
— Өй һораһаң, нимә булған?
Тормаҫ ине бит бирмәй.
Бабай, барып яр буйына,
Саҡырған дуҫ балығын:
— Ҡарсыҡ, яңы өй кәрәк, ти,
Арттырмаҡсы байлығын.
— Ҡайғырма! — ти алтын балыҡ, —
Быныһын да булдырам.
Бабай өйгә ҡайта һала,
Ә әбейе эй ҡысҡыра
Яңы өй болдоронан:
— Етер бил бөгөп йәшәргә,
Мин байбисә булайым,
Тиҙерәк бар,
Теләгемде
Үтәр балыҡ, моғайын!
Хыялы тормошҡа ашҡан,
Әбей хәҙер байбисә,
Тағы әрләй ул бабайын,
Эй аҡыра йән-көскә:
— Батшабикә итһен балыҡ,
Мин хәҙер бит шундай бай!
Башын аҫҡа эйеп кенә,
Диңгеҙгә киткән бабай.
Йомарт балыҡ байбисәнең
Был һүҙен дә йыҡмаған.
Батшабикәгә әйләнгән
Уҫал ҡарсыҡ,
Ә бабайын,
Ахмаҡ, тиеп туҡмаған.
Ҡыуып сығарған, ти, уны,
һарайынан пыр туҙып.
Бының менән генә әле
Бөтмәй әкиәт, ҡыҙыҡ.
Аҙна-ун көн уҙыу менән,
Батшабикә таптырған:
— Бабайымды йәһәтерәк
Алып ҡайтығыҙ ҡырҙан!
Тамам арыған бабайҙы
Ялсылар тиҙ килтергән,
Батшабикә тағы, тағы
Аяҡ тибеп екергән:
— Диңгеҙ-һыуҙың хакимәһе
Булһам мин,
Алтын балыҡ
Миңә генә хеҙмәт итер,
Хеҙмәт итер бар халыҡ!
Аптыраған бабай киткән
Зәңгәр диңгеҙ ярына,
Алтын балыҡ ҡолаҡ һалған
Тағы уның зарына:
— Ҡомһоҙ ҡарсыҡ һиңә, балыҡ,
Булмаҡсы үҙе хужа.
Бер ни өндәшмәгән балыҡ,
Йөҙөп киткән, ти, һыуға.
Бабайҙың иҫтәре киткән,
Кире ҡайтып ҡарағас:
Иҫке өйҙөң тупһаһында
Ултыра, ти, әбекәйе,
Ҡаршыһында — буш ялғаш.

 


2009 йыл