Ba/Ай йүгерә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ай йүгерә ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Ай йүгерә


 
 Илдар малайҙар менән гөрләүектә кәмә йөҙҙөрөп уйнаны. Арығас, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә тирә-яҡты ҡарап ултырҙы. Бына ғәжәп: ер йөҙөндә бөтә нәмә хәрәкәт итә икән дә! Гөрләүектәр селтер-селтер йүгерә. Малайҙар ҡағыҙ кәмә артынан саба. Көн битендә быҙау менән бәрәстәр һикерешә. Сәпсектәр гөрләүек ситендә бейеп йөрөй. Ана, бер апай ҡоҙоҡтан һыу алып ҡайтып килә.
Ултырған еренән тороп, Илдар үҙе лә йүгереп ҡараны. Арыу ғына елдерә. Тыны ҡыҫылып, ҡапҡа төбөндәге ҡайынға һөйәлде. «Ә ағас ни эшләп атламай икән?» Ҡапыл әсәһенең һүҙе иҫенә килеп төштө. Бер көн әсәһе уға:
— Көслө булғың килһә, саф һауала күберәк йүгер, — тигәйне. Әһ-һә, белде Илдар. Гөрләүектең дә, малайҙарҙың да, быҙау менән бәрәстәрҙең дә көслө булғыһы килә. Ә ағасҡа көс кәрәкмәйҙер, күрәһең. Илдар ҡайынды йәлләп тә ҡуйҙы: әгәр ағас та көс йыйһа, уның ботаҡтарын һындырырға бер малайҙың да йөрәге етмәҫ ине.
Илдар урамда тағы йүгергеләргә тотондо. Ҡара әле, ҡара: ҡоймалар ҙа йүгерешә түгелме?
Ул арала кис булды. Ҡараңғы төшә башланы. Ай ҡалҡты. Илдар өйҙәренә елдереп кенә инеп барғанда, айға ҡараны. Ай ҙа уның артынан йүгерә икән дә! Илдар туҡтағайны, ул да тын ҡалды. Айҙы ҡыҙыҡ итмәксе булып, ҡар һыуын сәсрәтә-сәсрәтә, Илдар тағы урамға атланы. Ай ҙа малай артынан ашыҡты.
Әлегә Илдар быҙауҙан да, ата ҡаҙҙан да, дөрөҫөн генә әйтһәк, әтәстән дә ҡурҡа. Күрәһең, айҙың да уҫал ата ҡаҙҙан ҡурҡмаҫ өсөн тиҙерәк батыр булғыһы киләлер.


2009 йыл