0%

“Шағир үлгән,”-тиҙәр…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


“Шағир үлгән,”-тиҙәр… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.01.2014.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


“Шағир үлгән,”-тиҙәр.
               Ышанмайым.
Ысын шағир үлмәй. Ул тере
Һәр һүҙендә бөйөк ижадының,
Үләме ни шағир фекере?

Ышанмайым.
          Нисек йәшәргә һуң
Шағир үлгәненә инанғас?
Ул бит бар мөхиттә: күктә, ерҙә,
Бына ҡояш, үлән, һыу, ағас…

Бына бит ул - кеше хәтерендә:
Кеше күңелендә – хистәре,
Кеше аҡылында – фекерҙәре,
Уй-фекере менән ул - тере!

Нисек үлһен Рәми, һәр бер бала
Яттан белә икән шиғырын?
Мәңге тере Мостай.
                Нисек инде
Онотһон ти халыҡ шағирын?

Ысын шағир – халыҡ күңелендә,
Ысын шағир булмай тел, илһеҙ.
Ил бар икән, теле тере икән –
Тимәк, шағир тере, үлемһеҙ!