0%

Өҙөп өлгөр ваҡыт сылбырҙарын. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Өҙөп өлгөр ваҡыт сылбырҙарын (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Өҙөп өлгөр ваҡыт сылбырҙарын


Һинең мәңгелегең сиктәрендә
Мин йәшәрмен, тинең, ярты мәл...
Өҙөп өлгөр ваҡыт сылбырҙарын,
Мәңгелектән мине тартып ал!
Мөхәббәттә ваҡыт үлсәмдәре –
Һөйөп баҡҡан ҡараш иң элек.
Минең ҡарамаҡта – тик ярты мәл,
Һинең ҡарамаҡта – мәңгелек.