Jump to content

Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ(хикәйә). Йыһат Солтанов

From Wikisource
Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ (хикәйә)
автор Йыһат Солтанов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ


 Бына баш ҡалабыҙ Өфө. Ул Ағиҙел буйында, бейек тауға һалынған. Тимер күперҙән сыҡҡан саҡта йылғала аҡ пароходтар тирбәлә. Яр башында — ике мөһабәт һәйкәл. Береһе башҡорт халҡы менән урыҫ халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай. Икенсеһе Салауат Юлаевҡа арналған. Салауат батыр текә сағылда ат өҫтөндә илен һаҡлап тора.
Баш ҡала бигерәк матур икән. Йорттары ифрат бейек, күп ҡатлы. Урамдарҙа автобустар, троллейбустар, трамвайҙар үтеп-һүтеп кенә тора.

 


1988 йыл