Өфөм - башҡалам. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Өфөм – башҡалам




Атай менән Өфө буйлап
Йөрөйбөҙ ҡала гиҙеп,
Баш ҡалабыҙ тураһында
Һөйләй ул теҙеп-теҙеп.
Цирк ҡараныҡ, Ҡурсаҡ йортон,
Иң-иң матур ерҙәрҙе,
Атай әйтә: “Өфө ҡарт та,
Ә йәшәрҙе, үҙгәрҙе”.
Салауат батыр янында
Фотоға төштөк бергә.
Башҡала иҫтәлеге тип
Элеп ҡуйҙыҡ иң түргә.


2012