0%

Өләсәй уҡырға бара(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Өләсәй уҡырға бара ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Өләсәй уҡырға бара


 Илшат бөгөн мәктәпкә китте. Ғүмерендә тәүге тапҡыр. Ҡулынан өләсәһе етәкләп алды. Ҡурҡа Илшат. Әллә ниндәй һуғыш суҡмары малайҙар булыр әле унда? Әллә ниндәй илаҡ ҡыҙҙар.
Етмәһә, мәктәптә гел үҙеңә эшләргә кәрәк, тип һөйләйҙәр. Үҙең уҡыйһың, үҙең яҙаһың, үҙең ашайһың... Ә Илшат улай өйрәнмәгән: уға өләсәһе китап уҡый, өләсәһе һүрәт төшөрөп бирә, өләсәһе ҡулъяулығына тиклем йыуа, өләсәһе ашата. Сөнки Илшат өләсәһенә лә, атаһы менән әсәһенә лә — берҙән-бер...
Белем көнө тантанаһы булып үткәс тә, балалары менән килгән ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр өйҙәренә таралышты. Илшаттың өләсәһе генә, класҡа инеп, ейәне менән бер парта артына ултырҙы.
— һаумыһығыҙ, балалар! Зур кешеләр булып китеүегеҙ менән ҡотлайым! — тине уҡытыусы апай, шат йылмайып.
— һаумыһығыҙ, апай! — тип яуап бирҙе Илшаттың өләсәһе, тауышын ейәненекенә оҡшатып.
Уҡытыусы апай малайҙар-ҡыҙҙар менән танышып сығырға булды. Бына ул Илшаттың янына туҡталды.
— Исемең кем, аҡыллым? — тип һораны.
Өләсәй, шунда уҡ аяҡ үрә баҫып:
— Илшат! — тип әйтә һалды.
Бынағайыш, Илшат исемле өләсәй ҙә буламы ни? Малай үҙе уҡытыусыға өндәшергә әллә оялды, әллә иренде. Кем белһен инде ҙур кешенең эсендәген?
Бөтәһе менән дә танышып сыҡҡас, уҡытыусы апай шиғыр уҡып ишеттереүҙәрен үтенде.
Өләсәй баяғыса йәһәтләп тороп баҫты ла шартлатып шиғыр уҡырға тотондо:
— Сумкама Һалып китап,
Яңы шиғырҙар ятлап,
Килдем бөгөн мәктәпкә,
Ашығып, шәп-шәп атлап.
Малайҙар кеүек был тиклем дә килештермәҫ ине өләсәй, моғайын, ул — Илшаттың йәнелер. Ниңә аптырарға? Кешенең йәне үҙенән айырым да йөрөй икән, тип яҙалар ҙа инде.
Физкультура дәресендә лә бирешмәне өләсәй. Салбар кейеп алып, малайҙар-ҡыҙҙар менән бергә оҙонлоҡҡа ла, бейеклеккә лә һикерҙе, йүгерҙе. Сыныҡҡан да икән өләсәй! Әллә ейәне өйҙә гел мыжып йөҙәтә, бейетәме икән? Бәлки, шуға етеҙҙер ул! Илшаттың, моғайын, берәй ере ауырталыр, өләсәһенең күнекмәләр яһағанын ситтән генә ҡарап ултырҙы.
Афарин! Ашарға ла ваҡыт етте. Бутҡа бешерәләр икән мәктәптә. Илшат был ашты яратмай. Бутҡаны өләсәһе тәмләп-тәмләп ашаны. Был һәйбәт булып ҡалды тешһеҙ өлкән кешегә...
Икенсе көндө Илшаттың өләсәһе ауырып китте. Мәктәптә бик арығайны шул. Ҡарт кешегә күп кәрәкме ни? Йөрәге тотто ла ҡуйҙы. «Уҡырға мине кем илтер икән?» — тип уйланырға ла форсат булманы Илшатҡа. Атаһы менән әсәһе ашығып эшкә китте. Ул да мәктәпкә йүнәлде.
Илшат менән булған хәлдәргә ышанмаһағыҙ, уның үҙенән барып һорағыҙ. Ул һеҙгә дөрөҫөн генә һөйләп бирер.

 


2009 йыл