0%

Өлгөрөргә ине…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Өлгөрөргә ине… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 04.05.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Өлгөрөргә ине….


Яҙҙың бер көнө лә йыл туйҙыра,
Эй эшем күп, ята ҡырылып!
Тик ниңәлер күңел ерҙә түгел,
Ҡарағым да килмәй боролоп!

Ике түтәл кишер сәсәйемме?
Әллә яҙайыммы бер шиғыр?
Түтәлдәрем ҡаҙып әҙерләнгән,
Ваҡыт ҡыҫа - һәр кем ашығыр!

Эй бушаһам шиғыр яҙыр инем!
Шиғыр ҙа бит орлоҡ үҙенсә,
Күңелдәргә сәскән матур фекер
Орлоҡ түгелме һуң һеҙҙеңсә?

Кемдер һағышынан дауа эҙләй,
Яуап эҙләй кемдер һорауға,
Кемдәргәлер өмөт етмәйерәк –
Ябай кеүек тәүге ҡарауға…

Был бөрөшөп бөткән бөгөнөмдә
Мин баҡсасы түгел, шағир ҙа,
Кишер сәсергә лә ваҡыт бик тар,
Ваҡыт талап итә шиғыр ҙа…

Өлгөрөргә ине бөтәһенә:
Йәшәү өсөн өлгө бирергә,
Өлгөрөргә әйтеп әйтер һүҙҙе –
Ваҡытлыса килдек был ергә!


04.05.2014