Jump to content

Өй артында(шиғыр). Фәүзиә Рәхимғолова

From Wikisource
Өй артында (Шиғыр)
автор Фәүзиә Рәхимғолова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Өй артында


Өй артында тамсы тама,
Өй артында яҙ килгән.
Өй артында тәү башлап
Ҡояшҡай ҡарап көлгән.
Тәҙрә башында турғайҙар
Һайрайҙар сут-сут килеп.
Ялан аяҡ йүгереп сыҡҡан
Гөлкәй ҙә туп-туп килеп.
Өй артына йыйылғандар
Өйрәк, тауыҡ, ҡаҙҙар...
Өй артынан башлана шул
Ауылда йылы яҙҙар.
 


1996 йыл