0%

Әҙәм пәйғәмбәр(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Әҙәм пәйғәмбәр ( әкиәт)
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Әҙәм пәйғәмбәр


 Борон-борон замандарҙа беҙ йәшәгән Ер йөҙөндә бер ниндәй йән эйәһе лә булмаған. Бөйөк Аллаһы Тәғәлә бының өсөн кешене бар итергә теләгән. Кеше Ер йөҙөн тултырып йәшәр, тип уйлаған. Рәхмәт Хоҙай Тәғәләгә!
Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләре бар. Бөйөк Раббының итәғәтле ҡолдары улар. Хоҙай Тәғәләнең бойороҡтарын үтәп торғандар. Үҙҙәре бер ниндәй ҙә гонаһ эш эшләмәйҙәр. Улар ашамай-эсмәй, йоҡламай. Кәүҙәле түгелдәр. Бер кемдең дә күҙенә салынмайҙар. Ябрайыл, Микаил, Ғазраил, Исрафил исемлеләре — иң мәшһүрҙәре.
Аллаһы Тәғәлә үҙенең фәрештәләренә: Ергә кешене бар итергә ҡарар иттем, — тигән.
— Ул ҡан ҡойоп йәки бола сығарып ҡуймаҫмы икән һуң? — тип һораған фәрештәләр.
— Мин һеҙ белмәгән нәмәләрҙе лә беләм, — тип яуап биргән Хоҙай Тәғәлә.
Фәрештәләр ҡаршылашмаған. Бер-береһенә былай тип әйткән:
— Аллаһы Тәғәлә бөтәһен дә белә һәм яҡшылыҡ ҡына эшләй.
— Мин кешене балсыҡтан яһаясаҡмын. Яһап бөтөп, уға йән һәм үҙемдең рухымды өргәс, һеҙ уға хөрмәт күрһәтеп табынығыҙ.
— Беҙ һине тыңлайбыҙ һәм буйһонабыҙ, Раббыбыҙ! — тигән фәрештәләр.
Был һүҙ Иблис исемле фәрештәгә ныҡ оҡшамаған, сөнки ул үҙен араларында иң шәбе тип иҫәпләгән.
Аллаһы Тәғәлә үҙенең рухын өргәс, Әҙәм тере камил кешегә әйләнгән. Иблистән башҡа фәрештәләр уға хөрмәт күрһәткән.
— Мин бойорғанса баш эйергә нимә ҡамасауланы һиңә? — тип һораған Аллаһы Тәғәлә Иблистән.
— Мин унан яҡшыраҡ, һин мине уттан бар иткәнһең, ә Әҙәмде балсыҡтан ғына яһаның, — тип әйткән Иблис.
Шул ваҡыт Хоҙай Тәғәлә, бик асыуланып, уны ожмахтан ҡыуып ебәргән.
— Раббым! һин Әҙәм арҡаһында миңә ожмахтан урын бирмәйһең. Мин Әҙәмгә һәм уның балаларына мәңге үс тотасаҡмын. Уларҙы яуызлыҡ һәм мәкергә өйрәтәсәкмен, — тигән Иблис.
— Мин Әҙәмгә аҡыл бирҙем. Шул аҡыл менән ул яҡшыны ямандан айырасаҡ. Ә кем һиңә буйһона икән, үҙе өсөн үҙе яуап бирәсәк, — тигән Аллаһы Тәғәлә.

 


2009 йыл