100%

Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Шура» журналы биттәрендәге публицистикаһы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Шура» журналы биттәрендәге публицистикаһы
автор Н.Ә.Әхмәтйәнова, ф.ф.к.
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013. Сығанаҡ: Ахметьянова Н.А. Сотрудничество А.-З. Валиди Тоган с журналом «Шура» в 1902-1917 гг.// ж-л «Ватандаш», июль, №7, 2013г. -Стр. 146-152.



Башҡортостанда милли матбуғат мәсьәләләре XIX быуат урталарында уҡ ҡуйыра башлай. 1881 йылда М.Өмөтбаев халыҡтың земство гласныйы булараҡ, уның етенсе сессияһында: «хөкүмәт алдына уҡыу әсбаптарын татарсаға тәржемә итеп баҫтырыуҙы, милли телдә газеталар, география һәм тарих карталары сығарыуҙы хәл итеүҙе юллап һорайым», - тип сығыш яһай [6;295]. Мәғрифәтсе хатта милли газетаның программаһын да әҙерләй, газета сығарыу хыялын йөрөтә. 80-се йылдар аҙағында был идеяны ғалим Р.Фәхретдинов күтәреп сыға, Урал һәм Волга буйы мосолмандарының баҫмаһы проектын әҙерләй. Был документ та архивҡа оҙатыла.

Рәсәй хөкүмәтенең 1905 йылдың 17 октябрендә сығарған Манифест нигеҙендә «сәйәсәт, һүҙ, намыҫ, йыйылыштар һәм ойошмалар азатлығы» иғлан ителә. Шуға күрә лә, егерменсе быуат башында Рәсәй журналистикаһы үҫеш осорон кисерә: партиялар, шәхси эшҡыуарҙар төрлө йүнәлешле баҫмаларҙы сығарыу мөмкинлегенә эйә була. Был йәнлелек башҡорт мөхитен дә урап үтмәй. Шәкир һәм Зәкир Рәмиевтар беҙҙең регионда матбуғат эшен яйға һала.

2[edit]

1906 йылда Ырымбурҙа «Ваҡыт» газетаһы сығарыла башлай. Татар телендә донъя күргән баҫма Урал һәм Волга буйы татар-башҡорттарының тормошон сағылдыра. Уның ойоштороусылары мөхәррир вазифаһына Ф. Кәримде һәм Р. Фәхретдиновты саҡыра. Баҫма уҡымышлы халыҡ араһында популярлыҡ яулай, ә икенсе мөхәррир Р. Фәхретдинов үткер ҡәләмле, һәләтле журналист булараҡ танылыу ала. Инде 1908 йылда донъя күрәсәк «Шура» журналына ул баш мөхәррир итеп алына. «Шура» журналын Алыҫ Көнсығышта, Кавказда, Төркистанда, Узбәкстанда, Ҡаҙаҡстанда, Себерҙә алдыралар һәм яратып уҡыйҙар. Ул заманының социаль, ижтимағи-сәйәси, фәнни, мәҙәни тормошон тулы сағылдыра барып, энциклопедик характерға эйә була. Мөхәррир Р. Фәхретдиновтың тырышлығы арҡаһында журнал тиҙҙән «иң элек ғилми-педагогик һәм методик йүнәлешле абруйлы матбуғат органдарының береһенә әүерелә», - тип билдәләй ғалим Ғ. С. Ҡунафин [4;383]. Журнал айына 2 тапҡыр 1918 йылдың мартына тиклем баҫыла. Баҫыла башлаған көндәренән алып, «Шура» журналы төрлө ҡатлам уҡыусылары араһында популярлыҡ яулай. Урал – Волга буйы мосолмандарының тормошо, тарихы, этнографияһы, халыҡ ижады, мәҙәниәте, мәғарифы мәсьәләләренән тыш, дин, фәлсәфә, төрлө халыҡтар, донъя ғилеменә бағышланған мәҡәләләр даими баҫыла. Мөхәрририәт заманының ижтимағи фекер үҫеше үҙенсәлектәрен, традицияларын иҫәпкә алырға тырыша, заманының танылған зыялылары журнал менән хеҙмәттәшлек итә. Ризаитдин бин Фәхретдин мөхәррир булараҡ, дөйөм мосолманлыҡ, төркиселек концепцияһына таянып эш итә.

Журнал авторҙары араһында төплө материалдары баҫылып, танылыу яулаған күренекле кешеләр бихисап. Шуларҙың береһе - халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, тарихсы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың да исеме бар. Матбуғат баҫмалары Ә.Вәлидиҙе бала сағынан уратып алған була. Атаһының мәҙрәсәһендә 16 йәше тулыр-тулмаҫтан ғәрәп телен, астрономия уҡыта, атаһы хажға юлланғас, мәҙрәсә тулыһынса Әхмәтзәки яуаплылығында ҡала.Ә.Вәлиди мәҙрәсәнең бер мөйөшөндә «халыҡ китапханаһы»н асып ебәрә, китаптар алдыра, «Йолдыз»,«Баян ул-Хаҡ» (Ҡазан), «Ваҡыт» (Ырымбур),«Иҙел»(Әстерхан), «Өлфәт», «Әт-Тәлмиз» (Петербург), «Иршад», «Фәүзәт» (Баҡы),«Тәржеман» (Ҡырым), «Иҙел» (Әстрхан),«Биржевые новости», «Нива» (Мәскәү) кеүек рус, ҡаҙаҡ, ғәрәп, төрки телендә сыҡҡан газета-журналдарға яҙыла.Әхмәтзәки Вәлиди һанап үтелгән баҫмаларҙың ҡайһы берҙәренә даими рәүештә үҙенең мәҡәләләрен ебәреп торған, шуға күрә лә улары «халыҡ китапханаһына» бушлай килгән. Хатта Орск ҡалаһындағы «Шәреҡ» исемле китап кибете хужаһы Әхмәт Исхаҡи менән бәйләнеш урынлаштырып, Мысырҙа, Төркиәлә баҫылған журнал һәм китаптарҙы ҡулына төшөрә.Тап ошо факторҙар:төрлө ил-ҡалаларҙың баҫмаларындағы материалдар менән танышлыҡ, яңылыҡтар менән хәбәрҙар булыу, төрки һәм рус телдәрендәге тарихи китаптар уҡыу, уҡымышлы, юғары мәҙәниәтле олаталары, атаһы һәм уның зыялы таныштары менән әңгәмәләр йәш егеттең донъяға ҡарашын формалаштырып ҡына ҡалмай, ә яңы ынтылыштарға нигеҙ һала.

Уның «Шура» журналы биттәрендә тәүге мәҡәләләре 1911 йылдан күренә башлай. Был осорҙа Ә.Вәлиди «Ҡасимиә» мәҙрәсәһен тамамлап, шунда уҡ төрки халыҡтарының тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте мөғәллиме вазифаһын башҡара, төрлө төрки баҫмаларында сығыш яһай. Был әҫәрҙәр күләме, жанры яғынан төрлө, уларҙың стиле сыбар булһа ла, 20 йәшлек авторҙың ваҡытлы матбуғат стилен һәм талаптарын үҙләштергәнлеге күренеп тора. «…Әҫәрҙәр киң ҡарашлы, талантлы ғалимдың үҫеп килеүе тураһында һөйләп торалар» [3;5]. Бөгөнгө көнгә ғалимдың, уның ижадын тикшеренеүселәр, «Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың илдә саҡта яҙған әҫәрҙәренең һаны 50 –нән артыҡ», икәнен билдәләй [7;13].

3[edit]

Шуларҙың араһынан йәш тарихсының төрлө күләмле 11 мәҡәләһе «Шура» журналында 1911 – 1915 йылдар дауамында донъя күрә. Был әҫәрҙәр төрки телендә яҙылып, Ә.Вәлиди, Әхмәтзәки тип имзаланған. Бына улар:

  1. 1911 йылда «Йырҙарыбыҙ хаҡында» (№10, 317-320–се биттәр, №14, 445-448-се биттәр);
  2. 1912 йылда «Ярлыҡтар мөнәсәбәте менән» (№15, 462-463 –сө биттәр), «Хөсәйен әфәнде Фәйезханов тәржемәи хәленә ғанд әйберҙәр» (№16, 494-495-се биттәр;
  3. 1913 йылда «Хәлфиндәр» (№3, 67-72 - сы биттәр, №4, 105-109-сы биттәр, №5, 138-141- се биттәр), «Бөрйән башҡорттары араһында» (№19, 587-589-сы биттәр, №20, 617-619- сы биттәр , №21, 647-650-се биттәр, №22, 682-684-се биттәр) ,«Диуани Мәхтүмҡолой» (№12, 357-360 –сы биттәр, №13, 393-395-се биттәр, №14, 424-427- се биттәр), «Мөхәррирҙең үҙ исеменә яҙылған бер мәҡтүб» (№23), «Мәхтүмҡолой эштәренә бер күрһәткес» (№15, 458-460 –сы биттәр, №16, 491-494-се биттәр, №17, 522-524-се биттәр);
  4. 1914 йылда «Мөхәррирҙең үҙ исеменә яҙылған бер мәҡтүб» (№1), төрлө авторҙар материалдары араһында - «Мәржәни» (№29, 208-209-сы биттәр);
  5. 1915 йылда «Шәреҡҡә ғанд яңы әҫәрҙәр» (№6, 174-175- се биттәр, №7, 199-201-се биттәр, №9, 267-268 –се биттәр, №10, 307-308-се биттәр) исемле мәҡәләләре донъя күрә.

Артабанғы йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди фәнни һәм сәйәси ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй, Ҡазан, Ырымбур, Ташкент ҡала баҫмаларында төркөстан мәҙәниәтенең рухи байлығы, мосолман ҡатындарының һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғы, башҡорт төбәк шуралары хаҡындағы материалдары менән Ырымбур, Ҡоҡанд, Ҡазан ҡалаларында сыҡҡан баҫмаларҙа сығыш яһай. «Ҡыҫҡаса төрк-татар тарихы» китабын икенсе тапҡыр баҫтыра.Шулай уҡ Ташкентта 1917 йылдың 25 июненән 8-се сентябренә тиклем «Кәңәш» газетаһының мөхәррире вазифаһында баҫманың 14 һанын сығара.

4[edit]

«Шура» журналы биттәрендәге Зәки Вәлидиҙең публицистик яҙмаларының нигеҙендә туған халҡының тарихы, мәҙәниәтенә булған етди ҡыҙыҡһыныу ғына ятмай. «…ХХ быуат баштарында, крайҙа капиталистик мөнәсәбәттәрҙең ныҡлап урынлашыуы шарттарында, халыҡтың милли үҙаңы үҫеүенә бәйле рәүештә, башҡорттарҙа үҙ тарихын тулайым яҡтыртҡан хеҙмәттәрҙе булдырыу тенденцияһы үҙен ифрат һиҙҙертә башлай» [5 ;314]. Ошо тенденцияның объектив сағылышы булараҡ, «Шура» журналында башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы байтаҡ материалдар донъя күргән М.Һади, Һ.Атласов, С.Надиев мәҡәләләре араһында йәш тарихсы Ә.Вәлидиҙең «Бөрйән башҡорттары араһында» («Шура»,1913;№19-22) яҙмалары иғтибарҙы йәлеп итә. Ошо теманы ул фәнни эшмәкәрлегенең башланғыс осоронда «Йырҙарыбыҙ хаҡында» («Шура»,1911;№10,14), «Ҡайһы милләттәнһең?» («Мәктәп», №7), «Башҡорттарға ғаид яңы әҫәр» («Тормош», №248), «Башҡорт төбәк шуралары хаҡында тәғлимәт» (Ырымбур, 1917), «Боронғо башҡорт ғәскәре» («Бәхет көнө», Петроград), «Башҡорт» (Ислам энциклопедияһы,Стамбул,1942), «Башҡорттар тарихы» (Өфө,2005) исемле хеҙмәттәрендә күтәреп сыға.

«Бөрйән башҡорттары араһында» мәҡәләһе – йәш ғалимдың башҡорттарҙың этнографияһына арналған тәүге махсус хеҙмәте. Ошо хеҙмәте тураһында Ә. Вәлиди «Хәтирәләр»ендә иҫкә ала. «Мин, - тип яҙа ул,— башҡорттарҙың ифрат бай фольклорының татарҙар һәм рустар тәьҫире аҫтында яр¬лылана барыуын, шулай ҙа боронғо төрөк мәҙәниәтенең ҡай¬һы бер сифаттарын иң тулы һаҡлаусылар бөрйән башҡорт¬тары булыуын, милли моңдоң һәм дастандарҙың,айырыусы Иҙеүкәй менән Нуретдин (Мораҙым) хаҡындағыдастандарҙың бында әле булһа йәшәп килеүен тасуирланым» [2;129]. Жанры менән хеҙмәт фәнни-популяр характерҙағы юл яҙмаларына тарта.Мәҡәлә һуңында автор: «юғарылағы яҙыуҙарымда бәғзе бер китаптарҙың баҫылған йыл йәки жилд вә жөзьә хисаптарын күрһәтеүҙә яңылышҡандарым да булғандыр.Ҡымыҙ ерендә китапһыҙ урында булыуымды иғтибар итеп уҡыусыларҙың кисереүен үтенәм»,- тип уҡыусыны һоҡланыуға һала. [1;58]. Бәләкәй биш бүлектән торған мәҡәлә сиктәрендә Ә.Вәлиди башҡорттарҙың килеп сығышы, тарихы, мәҙәниәте, ауыҙ-тел ижадына ҡағылышлы ҡасан да булһа донъя күргән хеҙмәттәргә күҙәтеү сәфәр шарттарында яһала. Ул 1899 йылғы «Этнографическое обозрение» журналындағы Никольскийҙың башҡорттар хаҡында әҫәрҙәрҙең каталогын баҫыуын ыңғай күренеш икәнен билдәләй. Һ. Атласиҙың мәҡәләләрен, М. Һаҙыйҙың Ҡазанда сыҡҡан «Башҡорт тарихы» китабының өҫтән яҙылғанлығын, ҡайһы бер фекерҙәрҙең иҫкергәнлеген; М.Өмөтбаевтың этнографик материалдар биргән «Башҡорттар бөтәләрме?» тигән китабының бер фекерҙән ғибарәт икәнлеген күрһәтә [1;43]. Халҡыбыҙ тураһында мәғлүмәтте ғалимдар Киппиндың «Европа һәм Русия инородецтарыҙың тарихтарына ғаид әйберҙәргә тарихи тәртиптә күрһәткес», Н. Фирсовтың башҡорт фетнәләренә бағышланған әҫәрендә, профессор Сомьеның антропология йәһәтенән «Башҡорттар хаҡында» хеҙмәттәрендә булғанлығы күрһәтә Ә.Вәлиди. Шулай уҡ П. Рычков, В. Черемшанов, Вишнецкий, Небольсин, Галкин һәм башҡаларҙың исемдәре телгә алына. Икенсе бүлектә башҡорттарҙың асылы тураһында ғалимдарҙың берҙәм фекергә килмәгәнлеген күрһәтеп, йәш тарихсы бөрйән башҡорттарының «пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғаләйһиссәләмдең тыуыуынан элгәре үк тарих битенә кереп ҡалған һәм был көнгә ҡәҙәр онотолмай килгән бер ҡәүем» икәнлеген билдәләй [1 ;45]. Мәҡәләнең өсөнсө бүлеге – иң ҙуры.Ул башҡорт халҡының йыр-көй сәнғәтенә һәм ҡомартҡыларына бағышлана. Бөрйән башҡорттары араһында йөрөгәнендә Ә.Вәлиди ҡурай, йыр, хикәйәләр тыңлай, әммә алдына фәнни маҡсат ҡуймағанға, уларҙы яҙып алмай. Халыҡта ҡурайҙа уйнай белгәндәр һирәк, ололары ла был сәнғәтте онотоп бөтөп барғанлығына шаһит була автор. «Боронғо шағирана тормошо йыраҡлашҡан һайын, халыҡ йырҙарын да, көйҙәрен дә онота бара, уның урынына татар таҡмаҡтарын һәм урыҫ частушкаларын ҡабул итә баралар» [1;46]. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер егеттәрҙең ҡурайҙа боронғо оҙон көйҙәрҙе уйнап, башҡаларының йырлағанын тыңлап, бик күп ҡайғы-хәсрәттәр күргән башҡорттар шағирлыҡтарын һүндермәй һаҡлап ҡала алғандар, хатта «муллаларҙың музыкаға ҡаршы тәғлимәте менән ағыуланған түрәләр» [1;53] ҙә халыҡтың ул һаләтен һындыра алмаған, икәнлеген күреп, Ә.Вәлиди «үҙебеҙҙең милли музыкабыҙҙы заиғ итһәк (юғалтһаҡ), киләсәгебеҙ өсөн ҙур енәйәт яһаған булырбыҙ, тигән һығымта яһай [1;48].

5[edit]

Яҙманың дүртенсе һәм бер аҙ бишенсе бүлектәрендә автор башҡорттарҙың ҡанына һеңгән ғәскәрлек низамы (тәртибе) тураһында фекер йөрөтә. Улар етәкселәре артынан то¬тош бер ҡеүәт булып хәрәкәт итә беләләр,аслыҡ һәм һалҡынлыҡ былар өсөн бер ни түгел, һуғыш урындарында ғәйрәтле, түҙемдәр, тыныслыҡ рәхәт тигән нәмәне белгеләре лә килмәй. «Ат өҫтөндәге башҡорт ағайҙары аттары, эйәрҙәре менән бергә яратылған тотош бер нәмә һүрәтен алдылар.Һәм оҫта сабышыуҙары менән борнғо төрк-татар ғәскәренең һөжүмен иҫкә төшөрҙөләр» [1;56]. Улар ҡоралды батырҙарса ҡулланыуы, атта йөрөү маһирлығы менән хә¬ҙерге көндә лә боронғо тарихи ғәскәрҙәренең рухын йәшә¬теп килә. Әммә был һыҙаттан тик яфа күрә кеүек.Сөнки кескәй генә ауылда ла халыҡ бер фекергә, бер ҡарарға килә алмай йөрөй:«Беҙҙә йөҙ кеше йыйылһа ла, бер башлығы булмаһа, бер эш башҡара алмайҙар» [1;55]. «Һуңғы заманда беҙҙең ижтимағи, әҙәби эштәребеҙ өҫтөнән фәлсәфәирәк ҡарап торғанда шул боронғоноң тәьҫире асыҡ күренеп тора-, тип яҙа Ә.Вәлиди.- Мәсьәләләргә нигеҙле итеп ҡарай алмау, һәр эштә кешегә ҡарап эш ҡылыу - шул тарихи ғәскәрилектең эҙҙәре инде» [1;55]. Был фекерҙәрен тарихсы башҡорттар тарихына арналған башҡа хеҙмәттәрендә артабан үҫтерә.

Яҙмаларының һуңғы бүлегендә Ә.Вәлиди, халыҡтың йылдарҙы боронғо тәртип менән һанауҙарын ишеткәндән һуң, тыуған фекерҙәре менән тамамлай.Был осраҡта ла, башҡа өлөштәрҙәге кеүек, Рәсәй ғилми журналдары, «Шура» һандарында донъя күргән йыл, көн хисаптары, исемдәренә бағышланған мәҡәләләргә һылтанып, дөйөмләштереүҙәр яһай.


«Бөрйән башҡорттары араһында» мәҡәләһе заманының уҡымышлы кешеләренең иғтибарын яулай. Авторҙың үҙенә лә, «Шура» журналына ла бик күп хаттар килә.Сөнки автор, йәш булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт илендә барған социаль-иҡтисади, сәйәси үҙгәрештәрҙең халыҡтың рухи донъяһына тәьҫирен асыҡтан-асыҡ күрһәтә алған.Рәсәйҙең колониаль сәйәсәте, капиталистик мөнәсәбәттәрҙең ныҡлап урынлаша башлауы «башҡорттарҙы тамам аяныс хәлгә килтергән». Иң саф «бөрйән халҡы» (Небольсин,Ырымбур һәм Әстрхан тарафына сәйәхәтемдең хисабы, 1852) иркен күсмә тормош ләззәттәрен онотмағандар, рус һәм татарҙарҙың йоғонтоһонда эштән сығып боҙолғандар.Ике йөҙлөләнә, алдай, хыянат итә беләләр икәненә иғтибар итә Ә.Вәлиди.Шулай уҡ матурыраҡ кейем кейергә, тәтәй арба тоторға, баҙарҙарын да көтмәйенсә эсеп иҫерек хәлдә йөрөргә яраталар.Ошо һыҙаттар араларына килгән кешенең дә дәртен һүндереүен үҙенең миҫалында һүрәтләй автор: «Был ауылда торғанда мин ялҡауландым һәм гел йоҡлаусан булдым» [1;39].Урал тауҙарының уң яҡ сиктәрендә кө күргән бөрйән башҡорттарында Ә.Вәлиди 1906 йылда булғанлыҡтан, сағыштырыу өсөн байтаҡ факттар таба.Ҡара урмандар һирәгәйгән, ярлылыҡ менән хлаҡи боҙоҡлоҡ та килеп еткән. «Боронғо саф тәбиғәтле, алдау-нитеү белмәй торған тоғро, баһадир башҡорттар инде ҡарт кешеләр булып башҡорттоң ябыҡ урманы араһында ултырған боронғо ҙур-ҙур ҡарағай (нарат) ағастары кеүек аҙайып ҡалғандар.Мал аҙайған, элек 15 ҡолонло бейә бәйләгән башҡорттар 2-3 бейә юәйлә, ҡайһыныһында уныһы ла юҡ.Таҙа ҡымыҙ урынына өстән ике өлөшө һыу булған бейә айраны эсәләр» [1;41]. Ә.Вәлиди тормош-көнкүрешенең аяныслы хәлдә икәнлеген үҙҙәре булған һәр ауылда күрә.Хатта өсөнсө Бөрйән волосында бер рус, бер мосолман мәктәбе юҡлығына шаһит була. Ауырыуҙарҙың киләсәге ҡараңғы: больница һәм табиптар юҡ, газеталар алдырылмай.Башҡорттар дәүләттәрен юҡ хаҡҡа рус кулактарына һатып бөтөрөп баралар. [1;41].Башҡорт халҡы тормош рәүешенең башҡа юлдан китерен ҡабул итә алмай, үҙгәрештәр заманына әҙер булмай сыға. «Хәҙер башҡортта ысын инҡилап заманы», - тип Ә.Вәлиди яңылышмаған. «Дүрт йыл һуңыраҡ башҡорт сәйәси хәрәкәттәре башланғас, был мәҡәләләрҙең файҙалы булыуы күренде» [2;129].

6[edit]

Ә.Вәлидиҙең «Бөрйән башҡорттары араһында» мәҡәләһендә күтәрелгән мәсьәләләр бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмаған, тип иҫәпләргә урын бар.Ә «Шура» журналы биттәрендә баҫылған милләт, тел кеүек темаларға арналған публицистик материалдар бөгөнгө көндә лә ҙур әһәмиәткә эйә.

Әҙәбиәт[edit]

  1. Ә.Вәлиди Туған.Әҫәрҙәр. – Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте,1996.-216 бит.
  2. Ә.Вәлиди Туған.Хәтирәләр. – Өфө: «Китап»,1996.-656 бит.
  3. И.Ғәләүетдинов.Йылға шишмәнән башлана //Ә.Вәлиди Туған.Әҫәрҙәр. – Өфө:«Китап»,1996.-216 бит.
  4. Ғ.Ҡунафин.Онотолмаҫ мәшһүр зат.//Замандарҙың рухи балҡышы.-Өфө: «Китап», 2006.-492 бит.
  5. Ғ.Ҡунафин.Һәр кемдең ҡалалыр бер йәдкәре.//Замандарҙың рухи балҡышы.-Өфө: «Китап», 2006.-492 бит.
  6. М.Өмөтбаев.Халыҡ мәғарифын юлға һалырға // Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр.- Өфө: «Китап», 2007.-384 бит.
  7. Ә.Салихов. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ижади мираҫы һәм уны өйрәнеү // Ә.Вәлиди Туған.Әҫәрҙәр. – Өфө: «Китап»,1996.-216 бит.