Әхирәттәр. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Әхирәттәр[edit]

(Силәбе мәҙәниәт институтындағы һабаҡташтарыма)

Ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы

Һабаҡташтар, төркөмдәштәр,

Ә беҙ өсәү - нәҡ бер туған -

Төрлө яҡтан килгән йәштәр.

Көзипа, мин һәм Фәриҙә -

Ҡаҙаҡ, башҡорт, татар ҙа беҙ,

Тик ниңәлер беҙ бергәрәк,

Ҡайҙа ла бер ҡатарҙа беҙ.

Үҙ арала иксәшһәк тә

Йөҙ йыртыу юҡ ят алдында,

Һөйөнәбеҙ бер шатлыҡҡа,

Тиң күтәреп хатаһын да.

Әрләшһәк тә яттар түгел,

Күңелдәр ҡырҡ ҡаттан түгел,

Йомоп ҡына йыумалайбыҙ

Хатта ҡалған саҡта күңел.

Арҡа терәп арҡалаштыҡ

Яттар япһа ялаларын...

Йән тартмаһа ҡан тартҡандыр -

Әй беҙ төрки балалары.

Һәй Көзипа, һәй Фәриҙә,

Әҙер тора бишбармағым,

Һыуытмаҫҡа тупһаларҙы,

Онотмаҫҡа иш-тармағым.

Ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы

Таралғанда ҡырҡар яҡҡа,

Өҙөлгәнде беҙ ялғайыҡ

Менеп алып аҡбуҙ атҡа.