Бөгөн Рөстәмдең әсәһе һуңға ҡалып ҡайтты. Рөстәм уны урамда ҡаршы алды. Әсәһе, ҡапҡаны аса-аса:
— Иртәнсәк өй эшен ҡарарға өлгөрмәгән инем, тағы ла һуңлап ҡайттым. Башлаған эште бөтөргө килә шул. «Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың», — тигәндәр бит ҡарттар, — тип һөйләнә-һөйләнә өйгә инде.
Ул, өйгә ингәс, аптырап ҡалды һәм йылмайып улына ҡараны.
— Улым, иҙәнде кем йыуҙы? Әллә өләсәйең килдеме? — тип һораны.
— Юҡ, берәү ҙә килмәне, мин үҙем йыуҙым, — тине Рөстәм.
— Һин йыуҙыңмы? — тине әсәһе, ҡыуанып. — Һиңә йыуырға кем ҡушты?
Рөстәм ҡапыл ғына яуап бирмәне. Унан тулҡынланып, ҡыҙып-ҡыҙып һөйләргә тотондо.
— Бер кем дә ҡушманы. Үҙем тоттом да йыуҙым. Утын да ярҙым, һыу ҙа ташыным. Ҡош-ҡорттарҙы ла ашаттым.
Әсәһе улын ҡосаҡлап алды.
— Бына рәхмәт! Бына рәхмәт, улым! — тине әсәһе.
Рөстәм әсәһенең ҡыуаныслы йөҙөнә ҡарап шатланды.
— Әсәй, мин һәр ваҡыт шулай булышырмын.