Әсә бәхете. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

ӘСӘ БӘХЕТЕ



Әсәйҙәрҙән һорамағыҙ,
Бәхетлеһеңме, тиеп.
Бәлки йылмайып торһа ла
Эсе тулылыр көйөк.
Әрнеһә лә һиҙҙермәҫ ул,
Ҡабатлар: шөкөр-шөкөр
Рәнйешен тик төндәр белер,
Күҙ йәшен тик мендәр белер,
Күкрәген һағыш өтөр.
Белгең килһә - әсәйҙәрҙең
Бармы күңел яраһы:
Бары шуны күреү етә -
Бәхетлеме балаһы?!


2014