Беҙҙең өйҙә әсәйҙәр күп:
Бар үҙемдең әсәйем,
Әсәйемдең әсәһе бар -
Яратҡан өләсәйем!
Өләсәйҙең әсәһе бар
Бар ауылға ағинәй
Ол(о)ғайһа ла күҙе үткер,
Ҡолаҡҡа ла һаҡ инәй.
Шундай рәхәт беҙҙең өйҙә
Әсәйҙәр булғас күмәк.
Бөтәһе мине ярата,
Бөтәһе бирә бүләк.
Әсәйҙәр көнөндә генә
Бер аҙ башты ҡатырам
Нисек ҡотлайым икән, тип
Аптырап ҡарап торам!
Әһә, таптым, мин рәссам бит -
Рәсем төшөрә беләм,
Әсәйҙәрҙең һүрәттәрен
Оло бүлмәгә эләм!
Иң йәше – минең әсәй,
Урталыҡта - өләсәй,
Иң түрҙә,ҡарт өләсәй –
Бик һөйөклө 3 әсәй.